Ильяс-Турат ауылы сайты - Башҡорт исемдәре

Илъяс-Турат ауылы сайты

Шишәмбе
23-Апреля-2024
13:27

Башҡорт исемдәре

А Б В Г Ғ Д Ҙ Е Ё Ж З И Й К Ҡ Л М Н ң О Ө П Р С ҫ Т У Ү Ф Х Һ Ц Ч Ш Щ ъ Ы ь Э Ә Ю Я

БАЙСАЛ  баш. тыныслыҡ,  сабырлылыҡ, татыулыҡ

БАЙСУРА     баш. бай + сура (улан,  ир  бала; батыр,  ҡыйыу; ярҙамсы, иптәш)

БАЙТИМЕР  баш. бай +  тимер

БАЙТИРӘК    баш.— бай + тирәк (ағас исеменән)

БАЙТҮРӘ     баш. бай + түрә (аҡыллы,  белемле, күп белгән).  Байтурин  фамилияһы яһалған

БАЙЫҠ  баш тоғро, ысын

БАЙЫМ  баш. бай  һүҙенән

БАЙЫМБӘТ  баш.,  ғәр. бай + өммәт (халыҡ, милләт)

БАЙЫШ   баш. бай + иш (иптәш)

БАҠАЙ —ҡара: Баҡый

БАҠТЫБАЙ баш. баҡты (килде) + бай

БАҠЫЙ   ғәр. мәңге  йәшәүсе, мәңгелек

БАЛАПАН  баш. 1)  бөркөт балаһы; ҡарсыға;  2) Меркурий йондоҙо  атамаһы

БАЛТАБАЙ   баш. балта + бай. Бала  ныҡ,  үткер, ҡыйыу йәки балта оҫтаһы булһын тигән теләк менән ҡушылған боронғо исем

БАЛТАС  баш. балта + сы, балта оҫтаһы

БАРАК. баш. оҙон йөнлө һунар эте.   (Борон  бала  ныҡ,  әрһеҙ, оҙон  ғүмерле  булһын тип  эт исемен  ҡушҡандар.  Был йола башҡа  төрки  халыҡтарҙа  ла һаҡланған:   Шаһибарак  тигән исем,  Бараков  фамилияһы бар.)

БАРИС   ғәр. алдан   күреүсән, аҡыллы

БАРЛЫБАЙ баш.— барлы + бай

БАРС баш. 1)  барс,  юлбарыҫ; 2)  боронғо 12 йылдан  торған мөсәл  хисабында  өсөнсө  йылдың атамаһы

БАРЫЙ  ғәр. барлыҡҡа   килтереүсе,  бар  итеүсе,  яратыусы

БАСИР  ғәр. үтә  һиҙгер,  зирәк, аҡыллы

БАТТАЛ  ғәр. батыр,  ҡыйыу, үткер

БАТУЛЛА  ғәр. ҡәғбә  (Мәккәләге ғибәҙәтхана)

БАТЫЙ, БАТЫУ  баш.  (бор. төрки:   БАТУ) ҡиммәтле   таш (Сыңғыҙ  хандың улының   улы Алтын  Урҙа  ханының исеме)

БАТЫР  баш. ҡыйыу, үткер,  батыр, баһадир

БАТЫРБАЙ баш. батыр + бай

БАТЫРБӘК баш. батыр + бәк

БАТЫРГӘРӘЙ баш.,  фарс. батыр + гәрәй  (эйәреүсе)

БАТЫРҒУЖА  баш.,  фарс. батыр + ғужа (хужа)

БАТЫРҠАЙ баш. – Батыр исеменең иркәләү формаһы
БАТЫРЙӘН  баш. – батыр + йән; батыр егет
 
Биттәр: 1 2 3 4 5
Һеҙҙе сәләмләйГость