Ильяс-Турат ауылы сайты - Башҡорт исемдәре

Илъяс-Турат ауылы сайты

Шәмбе
20-Апреля-2024
11:57

Башҡорт исемдәре

А Б В Г Ғ Д Ҙ Е Ё Ж З И Й К Ҡ Л М Н ң О Ө П Р С ҫ Т У Ү Ф Х Һ Ц Ч Ш Щ ъ Ы ь Э Ә Ю Я
 

БАТЫРҒӘЛИ  баш., ғәр. –  батыр + ғәли

БАТЫРША баш, фарс.— батыр + ша   (ялғау);   батыр,  ҡыйыу (XVIII  быуат Башҡортостан тарихында билдәле  шәхестең исеме)

БАТЫУ ҡара: Батый

БАҺАУ ғәр.— матур, шәп

БАҺАУТДИН   ғәр. баһау+дин (ир-ат  исеме ялғауы)

БАЯЗ  ғәр. аҡ,  аҡлыҡ

БАЯЗИТ  ғәр. 1)  Абуязит исеменән  ҡыҫҡартылған:  Язиттың атаһы;  2)  бик яҡшы, шәп

БАЯН  баш. бай  булған

БАЯН  монг. аҡыллы һунарсы

БАЯН   ғәр. 1) асыҡ,   аныҡ; 2) аңлатыу,  әйтеү,  белдереү (баян әйтеү)

БЕЙЕШ    баш. бей (етәксе, башлыҡ) + иш

БИКБАЙ   баш. бик (көслө, ныҡ) + бай

БИКБАУ  баш. Бикбай   исеменең  боронғо формаһы;  1555  й. Ҡаҙанға Иван  Грозный батшаға барған   илселәрҙең  береһе үҫәргән  ырыуы   башлығының исеме.

БИКБИРҘЕ баш.— бик + бирҙе

БИКБУЛАТ  баш.— бик   ныҡ + булат ҡорос

БИКЕШ баш. бай улы

БИКЙӘН баш,  фарс. бик + йән (бала  ныҡ  булһын тигән теләкте белдерә)

БИККЕНӘ баш. бик + кенә (иркәләү  ялғауы  (Биккинин фамилияһы бар)

БИКҠОЛ баш. бик + ҡол

БИКМӘТ      Бикмөхәмәт исеменән ҡыҫҡартылған

БИКНУР неол.  баш.,  ғәр. бик нурлы

БИКСУРА баш. бик + сура; Биксурин  фамилияһы яһалған

БИКСӘНТӘЙ монг. иң  бәләкәй, төпсөк  бала.  Биксәнтәев фамилияһы бар

БИКТАБИР   баш.,  гер. бик (ныҡ) + табир  (нәҫел)

БИКТАҺИР   баш.,  ғәр. бик + таһир  (саф, паҡ)

БИКТАШ баш.  бик + таш  (бала таш һымаҡ ныҡ  булһын, тигән  теләк менән ҡушылған боронғо  исем)

БИКТИМЕР  баш. бик + тимер (бала  тимер   һымаҡ ныҡ  булһын, тип ҡушылған  исем)

БИЛАЛ  баш. билала  тигән аҫыл ҡош  исеменән («һауаларҙа оса эй аҫыл ҡош, ыласын да тиһәм,  билала» халыҡ йырынан)

БИЛАЛ ғәр.—иҫән-һау

БИРҒӘЛИ баш., ғәр. бир + ғәли

БОЛАНБАЙ баш. болан + бай
 
 Биттәр: 1 2 3 4 5
Һеҙҙе сәләмләйГость