Ильяс-Турат ауылы сайты - Башҡорт исемдәре

Иләс-Турат ауылы сайты

Шишәмбе
24-Ҡарасай-2017
01:41

Башҡорт исемдәре

А Б В Г Ғ Д Ҙ Е Ё Ж З И Й К Ҡ Л М Н ң О Ө П Р С ҫ Т У Ү Ф Х Һ Ц Ч Ш Щ ъ Ы ь Э Ә Ю Я

БОЛҒАҠ   баш. 1) «болғау» һүҙенән яһалған боронғо исем; эшлекһеҙ,  елғыуар;  2)  ғорур, эре

БОРНАҠ баш. мороно  аҡ (борон бындай «баланы һаҡлаусы» исем ҡушыу тураһында Юрматы  шәжәрәһендә   әйтелгән)

БОРХАН монг.  бот,  тораташ; алла, әүлиә

БОРХАН ғәр. дәлил,  хәҡиҡәт, дөрөҫлөктө иҫбатлаусы

БОҪҠОН баш. «боҫоу» һүҙенән яһалған.  Бускунов  фамилияһы бар

БОСТАН фарс. баҡса; гөл  баҡсаһы

БОХАЙЫР    ғәр. ғәрәптәрҙәге Бохайыр тигән әлкә исеменән

БОХАР  баш.Үзбәкстандағы Бохара ҡалаһы исеменән

БОХАР  ғәр. быу, ҡар

БОХАРБАЙ  баш. бохар + бай

БӨРЙӘН  баш. боронғо  башҡорт ырыуы атамаһынан

БӨРКӨТ баш—ҡош  исеменән

БУҘЙЕГЕТ баш. йәш егет; ыласын

БУҘЫҠАЙ баш. бүҙ төҫ; йәш, буй еткән; Буҙыҡаев фамилияһы бар

БУЛАТ фарс,  ғәр. иң шәп  ҡорос (Дамаск  ҡоросо)

БУЛАШ  баш. (сығышы   билдәһеҙ)

БУРАҠАЙ баш.— бура + ҡай; дөйә балаһы (баланы  яратып, иркәләп ҡушҡан   боронғо  исем). Бураҡаев фамилияһы  бар.

БУРАН баш. буран көндө тыуған

БУРАНБАЙ   баш. буран + бай; буранда тыуған

БУРАНҒОЛ   баш. буран + ғол; буранда тыуған

БУРАНСЫ баш. буранда тыуған

БУРАНША баш.,  фарс, —буран + ша (шаһ); буран батшаһы, буранды еңеүсе; Бураншин фамилияһы бар

БҮЛӘК баш. атанан йәки  әсәнән  бүләк булып  ҡалған бала (боронғо йола  буйынса,  бала донъяға  килгәндә  атаһы йәки әсәһе иҫәп  булмаһа,    балаға Бүләк,  Иәҙкәр,  Мирас,  һәҙиә тигән һ. б.  исем  ҡушҡандар)

БҮЛӘКБАЙ  баш. —бүләк + бай

БҮЛӘКҠОЛ  баш. бүләк + ҡол

БҮЛӘКӘЙ  баш. Бүләк  исеменән иркәләү формаһы

БҮЛӘКӘН баш.—бүләк, иҫтәлек, мираҫ

БҮРЕБАЙ баш. бүре + бай

БӘҒДӘНУР   ғәр. һуңғы   нур (кинйә  балаға ҡушылған исем)

БӘҒДӘТ  ғәр. бүләк

БӘҘЕҒОЛ ғәр., баш. бәҙе (шәп, ин һәйбәт) + ғол (исем  ялғауы)
 
Биттәр: 1 2 3 4 5
Һеҙҙе сәләмләйГость