Ильяс-Турат ауылы сайты - Башҡорт исемдәре

Иләс-Турат ауылы сайты

Дүшәмбе
23-Ҡарасай-2017
23:47

Башҡорт исемдәре

ҠАБАН баш. бала ҡабан  һымаҡ көслө булһын, тип ҡушылған  исем  (ауыл  исемдәрендә һаҡланған)

ҠАБАНБАЙ  баш. ҡабан + бай

ҠАБИЛ ғәр. ҡабул итеүсе, ҡаршы  алыусы; булдыҡлы,  һәләтле

ҠАДИР   ғәр.,   баш. ҡөҙрәтле, көслө,   һәләтле;   ҡаты,   уҫал, яһил

ҠАДИРҒОЛ  баш. ҡадир + ҡол; көслө, ҡөҙрәтле

ҠАҘАҠБАЙ  баш. ҡаҙаҡ + бай; 1)  ҡаҙаҡ,  атлы,  гәскәри  һалдат; 2)  ҡаҙаҡ ырыу,  ҡәбилә атамаһы

ҠАҘАҠҠОЛ баш. ҡаҙаҡ + ҡол; Ҡаҙаҡҡолов фамилияһы  бар

ҠАҘАН бор. баш.— ҡаҙан  һүҙенән  (боронғо  күсмә  халыҡтар тормошонда ҡаҙан (аш бешереү  һауыты) ҙур  урын тотҡан, һуңынан  ырыу  атамаһына өйләнгән.  Ҡаҙан  һүҙе   менән исемдәр байтаҡ һаҡланған; Ҡаҙансы,  Ҡаҙанай, Ҡаҙанбай, Ҡаҙанғол,   Ҡаҙанҡап,   Ҡаҙантархан,  Ҡаҙансубы,   Ҡотлоғаҙан һ. б. Ғөмүмән, боронғо башҡорт исемдәре  составында  эш ҡорамалдары,   һауыт-һаба,   ырыу, ара һ.  б.  атамалар  киң сағылыш алған)

ҠАҘАНБАЙ баш.—ҡаҙан + бай

ҠАҘАНҒОЛ баш. —ҡаҙан + ҡол

ҠАҘАНСЫ   баш.—ҡаҙан + сы («ҡаҙансы»  тигән ырыу  атамаһынан)

ҠАҘНАБАЙ   ғәр.,  баш.— ҡаҙна (хазина,  байлыҡ)+бай  (ир-ат исемдәре ялғауы)

ҠАЗБУЛАТ ғәр.,  фарс.— ҡара: Хазбулат, Хасбулат

ҠАЗИХАН  ғәр.,   баш. ҡаҙын (хөкөм итеүсе) + хан (ир-ат исеме компоненты)

ҠАЙБАТЫР бор.    баш.—ҡам (ныҡ, ҡыйыу) + батыр;  боронғо башҡорт исемдәрендә «ҡам» һүҙе менән  күп исемдәр  осрай. Ҡайҡыпсаҡ ырыуының бер араһының атамаһы булған

ҠАНГИЛДЕ   бор.    баш. — ҡай (ныҡ,   ҡыйыу,   батыр)+гилде (килде)

ҠАЙҒОЛ  бор.  баш. ҡай  (ныҡ, батыр) + ғол (ҡол)

ҠАЙМЫРҘА бор.  баш.,  фарс ҡай  (ныҡ, батыр) + мырҙа (ҡусты 1

ҠАЙСУРА бор. баш.— ҡай (йыҡ, батыр) + сура   (батыр,    дуҫ, улан)

ҠАНГИЛДЕ  баш. хан + килде (Ҡангилдин фамилияһы бар)

ҠАНСУРА баш. ҡара: Хансура

ҠАЛДЫБАЙ  баш.—ҡалды  (үлмәне) + бай

ҠАРАБАЙ  баш. ҡара   (көслө, ҡөҙрәтле) + бай

ҠАРАБАШ баш. —  1)  ҡара сәсле; 2) борон   ҡолдарға  бирелгән исем; 3)  көслө,   ҡеүәтле,  ғәйрәтле;  уҫал,  дәһшәтле   (йылга, ауыл исемдәре һәм  Ҡарабашев фамилияһы бар)

ҠАРАГҮБӘК  баш. — ҡара  (көслө)+күбәк   (батыр,    иптәш, улан)

ҠАРАҒОЛ    баш. —  ҡара + ҡол; һаҡсы,  ҡарауылсы   (Ҡарағол тигән ауыл исеме,  Ҡараголов фамилияһы бар)

ҠАРАҒУЖА баш.,  фарс.— ҡара (көслө,  ҡөҙрәтле) + ғужа  (Ҡарағужин,  Ҡарагузин фамилиялары яһалған)

ҠАРАҠАЙ     баш. ҡара + ҡай (иркәләү аффиксы)

ҠАРАМЫШ баш. ҡараны, килде    (Ҡарамышев   фамилияһы күп таралган)

ҠАРАНАЙ  бор.  баш. ҡарағай (ҡарағай һымаҡ ныҡ булһын, тигән  теләкте белдереп ҡушылған;  Ҡаранаев фамилияһы бар)

ҠАРАСАЙ  бор.  баш. боронғо башҡорт телендә иң ҡаты ҡышҡы һыуыҡтың атамаһы булған. Боронғо  исемдәрҙә һаҡланған

Һеҙҙе сәләмләйГость