Ильяс-Турат ауылы сайты - Хәйбулла районы

Иләс-Турат ауылы сайты

Шишәмбе
24-Ҡарасай-2017
01:36

Хәйбулла районы

Беҙҙең район 1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килгән. Ул Башҡортостандың көнъяҡ-көнсығыш сигендә урынлашҡан.
Район үҙәге — Аҡъяр ауылы ( унан Өфөгә тиклем — 520 , яҡындағы Ырымбур өлкәһе Сара тимер юл станцияһына тиклем — 54 километр). Район башлыса ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнә.
Район территорияһында баҡыр-колчедан, кварц, төҙөлөш ташы, эзбиз, кирбес әҙерләү сеймалы, ҡом, ҡомташ ятҡылыктары күп.
''Шайтан-тау" заказнигы тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителгән.
Райондың территорияһы — 3912 мең квадрат километр, ҙурлығы яғынан республикала һигеҙенсе урында тора. Ауыл хужалығы ерҙәре 303088 гектар тәшкил итә, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр - 126330 гектар, сабынлыҡтар — 47501 гектар, көтөүлектәр — 128959 гектар. Урмандарҙың майҙаны —46122 гектар, уңдырышһыҙ тип иҫәпләнгән ерҙәр — 734 гектар. Ауыл Советтары —15, ҡасаба советы — 1, ауыл хужалығы предприятиелары — 21, сәнәғәт предприятиелары— 1, бәләкәй предприятиелар— 16, халыҡ һаны — 33,8 мең кеше.
Район территорияһы буйлап Сибай-Аҡъяр-Сара, Аҡъяр-Һамар-Юлдыбай автомобиль юлдары үтә, Район үҙәге менән республикабыҙ баш ҡалаһы Өфө асфальт юл менән тоташтырылған. Йыл һайын 30 километрға тиклем асфальт юлдар файҙаланыуға тапшырыла. Тик һуңғы 10 йылда егерменән күберәк күпер һалынған, райондың бөтә ауылдарын тоташтырып, 312 километр асфальт һәм 450 километр шоссе юл төҙөлгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 800 километрҙан ашыу газ селтәре сафҡа инде, 10 меңгә яҡын йортҡа газ бирелде. Районда республикала иң эреләрҙән һаналған Таналыҡ, Маҡан һәм Аҡъяр һыуһаҡлағыстары барлыҡҡа килде, 9 урта һәм бәләкәй һыу ятҡылыҡтары хасил булды.
Һеҙҙе сәләмләйГость