Ильяс-Турат ауылы сайты - Легенда

Иләс-Турат ауылы сайты

Йома
24-Ҡырпағай-2017
19:40

Легенда


Турат сағылы
Беренсе легенда
Борон, халыҡ йөрмәгән саҡта, был яҡтарға ҡаҙаҡ-ҡалмыҡтар йәйләүгә килер булған. Бер ҡалмыҡ байы менән ошо яҡтың бер байы ҡоҙалаша. Кейәү егете ҡайны йортонда була, ҡыҙ менән күрешә. Ә ҡайтыр осорҙа: «Ҡара ҡаҙҙар ҡайтҡан саҡта, мине көт!» ти…
Бер көндө ҡыҙ, еңгәһе менән ҡымыҙ бешеп йөрөгәндә, көлөп ебәрә.
– Нимәгә көләһең? – тип еңгәһе аптырап ҡала.
– Ҡара ҡаҙҙар ҡаңғылдашҡанын ишеттем. Минең әйттерелгән егетем килә! – ти ҡыҙ, йылмайып.
– Көньяҡҡа ҡара әле, ана аҡ тирмә егетеңдеке түгелме икән?!
Эйе. Алыҫта аҡ тирмә күренә. Ҡатын-ҡыҙҙар шул яҡҡа юллана. Еңгәләре килеп етеүгә егет ҡаршы сыға, алып килгән бүләктәрен тарата.
– Ниңә тирмәңә саҡырмайһың, әллә берәү бармы? – тип еңгәйҙәре һорай – әйҙә инеп ҡарайыҡ әле!
– Тирмәлә берәүҙә юҡ! – ти егет, - мин булмағанда тирмәғә инмәгеҙ, әгәр инер булһағыҙ миңә, зинһар өсөн, әйтегеҙ.
Кейәү егетте ҡайны йортона оҙаталар. Уның хөрмәтенә ҡунаҡ саҡыралар. Ҙур туй башлана. Шул арала еңгәйҙәре, берәүгәлә өндәшмәй генә тирмә яғына юллана.
Ә тирмәлә толпар туры ат. Туры атты егет, күҙ тейеүҙән ҡурҡып, ошо аҡ тирмәлә йәшергән булған. Еңгәйҙәре килеп ингәндә, толпар ҡанатын йәйеп ятҡан була. Улар килеп ингәнде һиҙмәйҙә ҡала толпар, ҡанатын йыйып өлгөрмәй. Ә ҡатын-ҡыҙҙар, иҫтәре китеп, урындарында ҡатып ҡала, күҙҙәрен толпарҙан алмай. Еңгәйҙәрҙең күҙе тейеүҙән, шул арала туры ат йән бирә.
Егет ныҡ ҡайғыра. Тау башына ҡәбер ҡаҙа ла, толпарын ерләй. Ҡәбергә, аты менән ҡуша, алтын эйәрен, үрелгән йүгәнен һала. Үкһеп илай.
– Нимәгә ҡайғыраһың, кейәү? – тине ҡайны. – Әллә миндә, һин ҡайтып етерлек, ат юҡ тиһеңме әллә?
Ҡайны кеше ат кәсәген, толпар ерләнгән сағыл һыртына, ҡыуып алып килергә ҡуша. Егет һәр атты ҡарап сыҡты, күңеленә ятҡаны булманы.
– Һәй, көтөүселәр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе бай. – Кәсәктән ат тороп ҡалманымы?
Көтөүселәр:
– Ҡышты насар үткәргән, бер нисә алаша ҡалды.
– Алып килегеҙ уларында, - фарман бирҙе бай.
Ул алашаларҙы алып килгәс, бай:
– Кәсәк араһына индә, йүгәнеңде шылтырат. Ҡайһы ат ҡарай, шуны тот- ти.
Егет, кәсәк араһына инеп, йүгәнен шылтырата. Йүгән шылтырауына бер бәләкәй генә, ҡышҡы йөнөндә ҡойоп бөтмәгән, тай ҡарай. Кейәү егетенә тай оҡшамай, ул тағы бәхетен һынап ҡарарға була, ләкин шул тай ғына борола.
– Ошо минең бәхетемдер, - тип, көрһөнөп ҡуя егет.
Егет барып тайҙы тот ала, менеп тә ала.
– Шунан, ат яҡшымы? – тип һорай бай.
– Төҫкә матур булмаһа ла, йөрөшө матур, - ти егет.
Шул арала бер кеше күк юрғала йылға аша сыға ла, туҡтапта тормай, сабып үтеп тә китә.
– Ниңә туҡтаманы, ә эргәнән үтеп ките әле? – тип аптырап ҡалды бай. – Бар, кейәү, ҡыуып етеп, кем, ҡайҙан икәнен белеш әле.
Егет һыбайлы артынан ҡыуа төшә. Һуң ғына ҡайтып инә.
– Йә, ҡыуып еттеңме? – тип һорай һалды бай.
– Юҡ, ҡыуып етеп, кем икәнен белешә алманым – ул Урал тауының аръяғына сығып ките.
– Эй, улым, - ти аҡһаҡал. – Ул һыбайлы – үткән заман. Һин түгел, һинең ата-бабаларың уны ҡыуып етә алманы. Уны берәүҙә ҡыуып етә алмай.
Көҙ еткәс егет ҡайтырға йыйына башлай. Күмәкләп оҙон юлға әҙерләйҙәр. Уны оҙатырға бар халыҡ йыйыла. Атына менеп ултырғас, егет кәләшенең толомон тамырынан уҡ ҡырҡып ала ла, ҡыҙға бирә:
– Мә, тот. Сәстәрең ошо толомоң буйына етһә, мин һине алып ҡайтырға килермен. Ә ошоғаса мине көтмә.
Ошо китеүҙән егет юҡ була. Был яҡтарҙа ул күренмәй.
Шунан бирле был, дала уртаһында ҡалҡып сыҡҡан, сағылды, туры толпар хөтмәтенә, Турат сағылы тиҙәр. Ул Иләс ауылының көньяғында, Өлкән Ҡурғы буйында, Умын кисеүе янында. Туры аттың ҡәберенә ике яҡтан таш ҡуйылған. Ул изге урындарҙан һанала.
Борон-борон замандан «Турат сағылы» көйөн ҡурайҙа уйнайҙар…
Һеҙҙе сәләмләйГость