Ильяс-Турат ауылы сайты - Мөйтән бей

Иләс-Турат ауылы сайты

Йома
24-Ҡырпағай-2017
19:39

Мөйтән бей


МӨЙТӘН БЕЙ
( ҺАРНАУ ҠОБАЙЫР)
1
Ырыу башы һеҙ бейҙәр,
Олуғ вә зарлы бейҙәр!
Түрҙә ултырған түрәләр,
Урталағы муллалар,
Майҙан тотҡан батырҙар!
һеҙгә әйтер һүҙем бар.
һеҙгә һөйләр һүҙем бар.
Әйтер һүҙем шул булыр -
Елгән атка тиң булыр.
Аҡ мамыҡтан йөн булыр,
Аҡыллынан йүн булыр,
Аҡылһыҙға ни булыр,
Һүҙ айышын тоймаһа?

Тыуғанмын, тип ҡыуанма,
Тыуғас, үлер көн килер,
Малым күп, тип маһайма,
Малың ҡалыр көн килер.
Ярлыға ла, байға ла,
Ханға ла, бейгә лә
Гүргә инер көн килер.
Ә ерҙә һуң ни ҡалыр?
Мал-мөлкәтең мул калыр,
Исем-атың шул калыр,
Сәсәндәрҙән һүҙ калыр,
Уҙамандан дан калыр,
Мөйтән бейҙән шан калыр,
Мөйтән бейҙән шан калыр!

Манғыт улы Мөйтән бей -
Ул да үткән доъянан,
Төмән улы Майҡы бей -
Ырыу башы һеҙ бейҙәр,
Ул да үткән донъянан,
Ер йөҙөнә килгәндәр -
Бары ла үткән донъянан.
Ерҙе кара һыу алған,
Күптәр йәтмәлә калған,
Ер кортона әйләнгән,
Ҡулдар куша бәйләнгән.
Шул заманда Мөйтән бей
Ил-йорт биләп йәшәгән,
Йәшен булып йәшнәгән.
Унан Сынғыҙ хан булған,
Шунан ханлыҡтар калған,
Ер-һыу ҡанға буялған,
Илде ҡара яу алған.
Урал менән Болғарҙы
Сынғыҙ хан яулап алған,
Яулап алған ерҙәрен
Төрлө уланға бүлгән,
Шул заманды Мөйтән бей
Сынғыҙға башын эйгән.
2
Хаҡ Тәғәлә ҡөҙрәте
Мәҙкүр итәйем аны.
Илебеҙҙә булған эш -
Борон ханлыҡ заманы.
Башҡорттарҙың бабаһы -
Туҡсаба бей балаһы,
Мөйтән тибеҙ беҙ аны,
Хаҡ яратмыш дананы.
Күрекле булмыш исеме,
Булмыш ирҙең арыҫлан
Йөҙөн күргән һәр әҙәм
Хөрмәт итмештер аны.
Алып йөрәкле һиммәте,
Халыҡ эсендә ғиззәте
Булмыш уның дәүләте,
Хаҡтың биргән ғисмәте.
Арғымаҡтан ат алды,
Төрлө йыһаз, зат алды.
Ете дөйәгә йөк артып,
Хан Сынғыҙға ул барҙы.
Ханға бүләк һыйланы,
Хандың күңелен ауланы.
Маҡтау күрҙе ханынан,
Урын алды янынан.
Нойондарҙан, бейҙәрҙән,
Мәдех алды барынан.
Ханды камил күҙәткән,
Һәр эштәрен төҙәткән,
Ҡойон менән бейҙәрҙең
Белмәгәнен өйрәткән.
Ауға барһа, ат тотҡан,
Хан янынан айырылмай
Ҡәҙер итеп бик көткән.
Көйлә тиһә, көйләгән,
Һөйлә тиһә, һөйләгән -
Ханға үтә килешкән,
Маҡсатына ирешкән.
Барыһын алған ханынан,
Бейлектигән исемен,
Ер-һыуҙарын, есемен
Беркеттергән ханынан.
Үҙенең илен биләгән.
Үҙе баш та үҙе түш булып,
Теләгәнсә йәшәгән.
З
Булған шундай заманы:
Кеше аяҡ баҫмаған,
Ҡоштар осоп етмәгән
Ер-һыу күргән Мөйтән бей,
Һаҡмар менән һайылмыштан
Данға еткән Мөйтән бей.
Сынғыҙ хандан ҡайтҡастын
Утыҙ йыл бейлек иткән бей.
Хаким эше тигәндә
Хак һүҙлеһе булған ул,
Үҙ тоҡомо халкының
Данлыҡлыһы булған ул.
Арыҫландай ажғырып,
Урман-тауҙары ашып
Дошмандарҙы ҡырған ул;
Яңы ер-һыуҙар яулап,
Үҙ бейлеген кылған ул;
Илем, ерем, халҡым тип,
Йәнен фиҙа ҡылған ул.
Нәғрә орһа, ҡар яуыр,
Теле ҡылыстан үткер,
Әйтһә, һүҙҙәре үтер,
Даны хандырҙын ашыр,
Ғәҙеллектә тиңе юҡ
Олуғ бейҙән булыр ул.
Ошо бейлек исеме,
Оло даны-есеме
Быуын-быуынға күсер,
Йөҙ тамғалы башҡорттар
Уғы килеп баш эйер.
Бөрйән, Кыпсаҡ бейҙәре
Уға килеп ҡул бирер,
Үҫәргәнең үҙ итер,
Дошмандарын ер итер
Мөйтән батыр бей булыр.
Уралында ҡыш ҡышлап,
Һаҡмарында йәй йәйләп,
Өс йылға һыуын һыулап,
Маҙрап йәшәр зат булыр.
4
Булған, тиҙәр, хан Талай,
Данлы булһы ул ҡалай,
Хан булмаһа ла алай,
Уныҡынан бер талай
Данлыраҡ булған Мөйтән,
Булғас, булған, ни әйтәң.
Мөйтән бей - башҡорт заты,
Хандай былай соланаты,
Ҡарағайлы ҡара урман
Һаҡмар буйы мәҡаматы.
Дүрт ил-йорт башы икән -
Көнө-төнө йоҡо юҡ,
Донъяла батырҙар күп -
Уға еткән батыр юҡ.
Дүрт ырыуҙың исем-аты,
Һәр бейҙең үҙ яҡшаты,
Ырыу башҡа, ҡәүем бер -
Ата-баба башҡорт заты.
Һәр ырыуҙың үҙ яугире,
Ырыу ҡурғау - бар иреге,
Туплам-туплам сиреүҙәре,
Тирмә-тирмә йорт-ерҙәре.
Бер ырыуы Бөрйән булған,
Ағиҙел буйын биләм иткән,
Рәхәтләнеп шунда йәйрәп,
Хеҙмәтен дә бергә көткән.
Икенсе ырыу ҡыпсаҡ булған,
Ырыу башы Бабсаҡ булған,
Ҡыпсаҡ ҡаны Ураз дуҫы
Бабсаҡты сардар ҡылған,
Дошманын илдән ҡыуған.
Өсөнсө ырыу Түңгәүер, ти
Төп шөғөлө ер эше, ти.
Башлыҡтары "Котло Тимер
Көслөләрҙең көслөһө, ти.
Ҡотло Тимер батыр булған,
Дан-ҡеүәте ташыр булған,
Атлап барған көйөнсә лә
Аяғы ергә батыр булған.
Туғыҙаҡ хан ерҙәрен
Тамъян бей биләгән, ти.
Тамъян ырыу исеме лә
Шунан килеп ингән, ти...
Ул да, танып Мөйтәнде,
Тыңлаған уп әйткәнде,
Булғанға ул олуғ бей,
һүҙенән сыҡмаған, ти.
Ере, һыуы, ырыуы -Булған барлыҡ байлығы.
Йыйын йыйған йәйҙәрен,
Яратҡан ат бәйгеһен;
һынаштырып билдәрен,
Батыр һайлай, билдәле;
Ҡунаҡ иткән Мөйтәнде, бүтәнде.
Шулай күңел асҡандар,
Шунан зауыҡ тапҡандар.
5
Мөйтәндең батырҙарына әйткәне:
Башҡорттоң ил-йортонда,
Данлы ҡыпсаҡ ерендә,
Тамъяндарҙың илендә.
Түңгәүерҙәр күлендә,
Бөрйәндәр урман-тауында
Урал тауҙай тау булмаҫ,
Ағиҙелдәй һыу булмаҫ.
Батырҙарым, һеҙгә әйтәм,
"Колаҡ һалып тыңлағыҙ!
Ҡыпсаҡ батыр, һиңә әйтәм,
Бөрйән батыр, һиңә әйтәм,
Тамъян батыр, һиңә әйтәм
Түңгәүер батыр, һиңә әйтәм
Ҡотло Тимер, һиңә әйтәм
"Колаҡ һалып тыңлағыҙ! -
Илгә ҡара яу килә,
Ил-ерҙәр тапап килә,
Уралды алмаҡ итә,
Яйыҡты киҫмәк итә,
Иҙелде эсмәк итә.
Ҡаһарман батырҙарым,
Аттарға атланығыҙ,
Сиреүгә тупланығыҙ,
Бар ғәйрәт-ҡеүәт менән
Дошманға ташланығыҙ!
Яуҙарын ҡайтарығыҙ!
6. Мөйтәндең Бабсаҡ батырға төбәп әйткәне:
Бысаҡ менән хәнйәрең
Икеһе йәнәш ятҡанда,
Уғы менән һаҙағың
Икеһе бергә ятҡанда,
Көмөш һаплы ҡылысың
Ҡынында ятҡанда,

Ил-йорт имен саҡта
Йорт башлығы һин инең.
Исем-атың арҙаҡлы,
Батырлығың данлыҡлы,
Ханзадаға торошло
Бабсаҡ бейем, һиңә әйтәм:
Башҡорт иленә яу килә,
Атыңа һикереп мен, батыр,
Сиреүеңде теҙ, батыр,
Дошманыңды ҡанға батыр!
Ил күскәндә һаҡ булдың,
Ил эсендә пак булдың,
һүҙең менән хаҡ булдың,
Уҡ-һаҙаҡ билгә әлдең,
Үҙ бурысыңды белдең.
Дошман яуын һиҙгәндә
Күктәй булып күкрәнең,
"Кара яуға атылғанда
Арыҫлан булып үткерҙең.
Яуға ҡуҙғал, батырым!
Яуҙы ҡанға батырың!
7
Тамъян батырға төбәп әйкәне:
Тамъян ырыуы башлығы
Мәрҙәс Тамъян батырым!
Яу килгәндә йортоңа
Булмаҫ сыҙап ятырың,
Ҡупыңа булат ҡылыс ал!
Яу дошманын ҡырып һал!
Бөркөттәй яуға атыл,
Тибеп яу башын килтер,
Йә урынында бөтөр!
8
Бөрйән батырға төбәп әйткәне:
Бөрйән башы, Бөрйәнем,
Батырҙарҙан бер йәнеш!
Төндә шәмдәй ялҡыным,
Рухыма яҡыным!
Дошмандың ҡотон алыр,
Батырлығың танытыр
Тағы бер яйы төшкәс,
Яуға инер көн килде,
Яуға инер көн килде!
Йәйәңде кирелеп тарт,
Уғың алыр алыҫтан.
Ҡылысыңды айҡап сап,
Ярылыр булһын арыҫлан!
9
Ҡотло Тимер баһадирға төбәп әйткәне:
"Карт арыҫландай үкергән,
Күп эштәрҙе бөтөргән, һөңгө-өңгө һындырған,
Ҡылыстан күпте үткәргән
Ил-йортомдоң маҡтанысы,
Ҡан-дошманға ҡурҡынысы,
Ҡонон, ҡотон алыусы
Ҡотло Тимер баһадирым,
Яуға сығыр көн етте,
Ҡоноң алыр мәл етте.
10
Түңгәүер батырға төбәп әйткәне:
Түңгәүер бейле, батырым!
Уғың дөйә үтә тишмәле,
Ҡеүәтең күктән төшмәле, -
Илдә шундай шаның бар.
Йыйындарҙа һин, даусы,
Яу ҡырында һин, яусы.
һунарҙарҙа һин, аусы,
Майҙандарҙа һин батыр -
Дошманды ҡанға батыр!
Дошманды ҡанға батыр!
11
Битексеһенә әйткәне:
Ҡараңғыла юл табыр,
Кәрәк саҡта һүҙ табыр
Минең йүнсел битексем!
Яман һүҙҙәрҙән ҡурҡма,
Яу килгәндә өрөкмә,
һунар йөрөгәндә бирешмә.
Бейеңә ярҙамсы бел, Белеп эшен эшләй бел,
Бойороғоңдо үтәй бел!
12
Мейтән бейҙең ҡарт көнөндә әйткәне:
Ҡартлыҡ көнөм тыңлағыҙ,
"Карый һүҙем тыңлағыҙ,
Оҙон ғүмер һөргәндә
Күргәндәрҙе һөйләйем,
Белгәндәрҙе көйләйем,
Ҡолаҡ һалып тыңлағыҙ!
Эй, бей заттар, батырҙар,
Йәшлектә - йәшел саҡта,
Яҙыҡ, гонаһ ҡылһағыҙ,
Тәүбәләргә килегеҙ!
Тәүбә иткән - таш ярған,
Тәүбәһеҙҙәр - баш ярған.
Ауыҙың ас - Аллам, тиң.
Күҙеңде ас - көнөм, тиң.
Алты айҙы йәй иткән,
Алты айҙы ҡыш иткән,
Йомортҡаны ҡош иткән,
Ураҙ бейҙең алты улын
Бай уә байманлы иткән.
Кейемдәрен - ебәктән,
Аттарын - арғымаҡтан
Иткәндәре кем? - тиһәң,
Алла булмай, кем булһын!
Япа-яңғыҙ "Кансураны
Көнө-төнө ялбарһа ла
Бейлегенән яҙҙырған,
Бәйеленән аҙҙырған,
Йәйкәйенән яҙҙыртҡан
Алла булмай, кем булһын!
Аллаға итәғәт итегеҙ,
Донъяны йүнле көтөгөҙ,
Донъянан сауаплы үтегеҙ,
Үтегеҙ, ау, үтегеҙ!
Күгәреп ятҡан күк арҡа,
Мал төбәге туғайының
Аҙыра ҡалыр малдан һуң;
Биҙәрләгән бейбисәң
"Курайҙай ҡалыр һулған һуң;
Өҫтөндәге ҡамҡа туның
Сепрәк булыр туҙған һуң;
Үҙгәйең дә йән бирерәр
Ғүмеркәйең уҙған һуң.
"Куралы буйы ҡыу татыр
"Курай булмаҫ, тимәгеҙ;
"Кыу сыбыҡҡа таянғанға,
Этлек менән туйынғанға,
Милек ҡунмаҫ, тимәгеҙ;
Сереп бөткән байҙарҙы һеләүһен баҫмаҫ, тимәгеҙ,
Бей, тигәндең улдары ла
Етем ҡалмаҫ, тимәгеҙ.
Етем, етем, тимәгеҙ,
Етем хаҡын еймәгеҙ,
Етем хаҡын ейһәгеҙ,
Еңел үтер, тимәгеҙ.
Карыш башлы ҡара ҡорт
Гүрҙә тормоҫ, тимәгеҙ.
"Карыш, ҡарыш, ҡарышҡан,
Оҙонлоғон һораһаң,
Ерҙән күккәсә, тиҙәр;
Йыуанлығын һораһаң,
Оло тау саҡлы, тиҙәр;
Теш-тырнағын һораһаң,
Илле арышын, тиҙәр;
Ауыҙы ни саҡлы, тиһәң,
Алтмыш арышын, тиҙәр;
Ялмауыҙ ауыҙын асһа,
Яман үкерер, тиҙәр,
Гонаһлы бәндәне
Имеп бөтөрөр, тиҙәр,
Гонаһһыҙҙар имен-аман
Йәннәткә үтер, тиҙәр.
Бер һүҙ әйт тә береһен ҡуй,
Көтә булыр тик бер уй:
Ап-аҡ тәнең ҡара гүрҙә
Аҙык булыр карышҡа.
Тәнең серер ыу булып,
һөйәгең калыр ҡыу булып,
Ныу себен һөлдәһендәй, ау,
"Кыу себен һөлдәһендәй.
13
Йөҙйәшәр Мөйтән бей
Донъяларҙан үткән һуң,
Уландары бүленеп,
Ейәндәре айырылып
Тармаҡ-тармаҡ таралған.
Мөйтән уғлы Үҫәргән,
Нәҫеле булған үҫәрмән,
һуң заманда дүрт волосы
Үҫәргән исемен күтәргән.
Үҫәргән уғлы Шығалы
Өҫ кейеме соғалы
Ҡылып киткән нәҫеленә
Ул да изге доғаны.
Уның уғлы Беҙек бей,
Мәжлестәре төҙөк бей,
Күп мәжлестәр төҙәтеп,
Хандан алған йөҙөк бей,
Уның уғлы Йөрәк бей,
Сапсан аты йөрәк бей,
Риғйәте бирмәгән
Дошманына ирек бей.
Уның уғлы Урал бей Бабаһының исеменә
УЛ да алған аран бей.
Уның уғлы Толобай
Сөләймән менән Йософтай
Ул да булған олуғ бей
Уның уғлы Уралбай,
Ашъяулығы урамдай,
Бәдәне һимеҙ тулылы
Ятһа, урындан таралмай (ятҡан көйө ҡалала).
Уның уғлы "Карабуға бей,
Йыһандағы ҡотобтар
Биргән уға доғаны.
Уның уғлы
"Караса бей, Баш һалғандар барса бей:
Уның уғлы һарыш бей, һәр хандарға ярыш бей;
Уның уғлы Байғужа,
Ул да булыр ҙур хужа,
Уның улы "Каҙаҡсал,
Арҡаһы булған ҡарыш ял.
Уның уғлы "Карьяу,
Даны йыһанға татыр.
Уның уғлы Туғмат тархан,
Ул да билдәле арыҫлан.
Исеме булған Төкөмбәт,
һәр шаһтарға ҙур ҡиммәт,
Урыны булһын йәннәт!
Уның уғлы Ишбирҙе,
Ул да урыҫҡа бышҡырҙы,
Тыу күтәреп, ҡул башлап,
Ул да оранын ҡысҡырҙы.
Уның уғлы "Котло "Кәдәм,
Ул да исеме әҙәм,
Тәһәрәтһеҙ донъяға
Баҫмани ергә ҡәдәм
Уның уғлы Төпсөк мәргән,
Ул үҙенсә улъя алған.
Уның уғлы Йомабай,
Көткән малын бер ҡатай
Бөтмәҫ дәүләт көткән ул,
"Кайнап торған балыҡтай.
Уның уғлы "Кужанак, Алтын көмөш тумалап,
Малдан зәҡәт биргәндә,
Мал хисабын белалмай,
Күңеле менән сығарып,
Туҡһан меңгә самалап.
Уның һигеҙ уғлы бар:
Әүәлгеһе Аҡбулат,
Алтын тимләк быуынып,
"Кында ҡылыс сын булат.
Икенсе уғлы Исхаҡ,
Өсөнсө уғлы Исмәғил,
Мәргән ирҙәр улар ҙа һүҙҙә бәхәс ҡылмаға.
Дүртенсе уғлы Ҡыҙыр,
Ете иклимде ҡыҙыр,
Әгәр тапһаң ундай ир
Тейерһеҙ бәйғәмбәр Хызыр.
Мәртәбәһе мансаң ғәнкәһе
Үҙе кантон һәм майор,
Ниәтен байҡайһы.
Бишенсе уғлы Ғабдулла,
Мәнсәбы ине есаул,
Кәрәк күрһә, кайһы ауыл.
Алтынсы уғлы Мәһәҙи,
һәнәрҙә булған уртарак.
Етенсеһе Кинйәбулат,
Янына булмай юлап,
Сикәһе бик тар, асыуы ҙур,
Тора телкәһе тулап, һигеҙенсеһе дингә якты,
Мулла Хисаметдин аты,
Телдә Ҡөрьән ағыҙып, һүҙенән балдар татый,
Ҡабул әйләһен Хоҙай,
Беҙҙән уларға доға. һәр йәдкәр нәҫеленә
Былдыр Төкөмбәт заты.
Ҡыҙыр майор уғланы
Алтау булған булғаны,
Бәйән итәм мәртәбәһен,
Улар кем-кем булғанын:
Ғәбделғафар әфисәр
Ҡылды бакыйға сәфәр,
Мәдехе булды мөхтәсәр.
Икенсе уғлы Сәғди,
Ул да булған әфисәр,
Күрке башка әҙәмдән,
Ул да күркле йыһандан.
Шәрәфетдин - өсөнсөһө,
Ҡаплан кеүек әфисәр,
Батырлығы самаһыҙ.
Улар көткән заманда
Йорт булманы ағаһыҙ.
Дүртенсе уғлы Рөстәм,
Эсәге майға бөрөшкән,
Памушник итеп куйғандар
Уның ғаҡылы дөрөҫтән.
Ул да әфисәр булған,
Дәүләте донья тулған,
Аҙак ағыу эскәне
Әжәлгә лә төкөнгән.
Бишенсеһе Әбелғата,
Ниәте ҡайҙа ята?
Алды күптәрҙән бата,
Ҡылһын уға хаҡ ғата.
Ул да алған өлөштән,
Эполет һалған көмөштән,
Мундирҙары уҡалы,
Хөллә кеүек нәфисле.
Алтынсыһы Муллағол,
Донъяла юҡтыр ғәме,
Күҙенән ағып йәше,
һалған мәсеткә ҡарай.
мөйтән һеҙгә, затлы бейҙәргә,
Олуғ атлы бейҙәргә;
Түрҙәге түрәләргә,
Күрше-тирәләргә:
Унда ултырғандарға, һулда ултырғандарға,
Улталыҡтарғыларға,
Хәҙрәт вә муллаларға,
Йыйын күрке һеҙҙәргә,
Рөхсәт итең һөйләргә -
Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт,
Борондан килгән ғәҙәт -
һеҙгә әйтер һүҙем бар,
һеҙгә әйтер һүҙем бар.
һүҙем - бар аҙ, күп түгел,
Күҙгә төшөр сүп түгел.
Унан-бынан әйтәмен,
Унан-бынан әйтәмен.
Әйтер һүҙем бик сыбар,
Тыңлағыҙ, ҡылып сабыр.
Ниндәй затлы атыңда,
Затлыһынан да затлыңда,
Бер көн һуҙылып ятыр ул,
Ергә кире ҡайтыр ул,
Нисек ҡыйраталашмаһын,
Ҡайтмаҫҡа тырышмаһын.
Ағын һыуҙан боҙ булыр,
һыуҙы ҡыуһаң, тоҙ булыр;
Дымлы ерҙә тал булыр,
Аҡылы бар мал булыр.
Бер мәл шундай көн тыуыр,
Ул көн барын тиң ҡылыр:
Тупраҡ алыр барын да,
Кем яралған ҡарында,
Хандарын да, бейен дә,
Ҡәҙими әҙәмен дә -
Саҡыртырҙар тегендә,
Унан ҡалмаҫ бер кем дә.
Был донъяла ни ҡалыр,
Булырлыҡ иҫкә алыр?
Батырҙарҙан дан ҡалыр,
Уғы менән ян ҡалыр,
Быуын-быуын күсмәле,
Алынмаған үстәре;
Иртәк, тарих, ҡобайыр,
Данын мәңге данлар йыр...
Борондан килгән ғәҙәт,
Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт!
Сит-ситләтеп уратһам да,
Манғыт улы Мөйтән бей,
Ер йөҙөнән үткән бей.
Ул да үткән донъянан,
Был да үткән донъянан.
Ил артынан ил алған (һүҙем түгел һис ялған),
Донъяға баш булам, тип,
Күҙ менән ҡаш булам, тип,
Биләп тотҡан йыһан ер,
Ғәйрәтле ир, йыһангир,
Искәндәр тигән батша,
Бик шашынһа ла батша,
Ул да күскән донъянан,
Бәндәй, һин дә бел самаң!
Был донъяла кем ҡалыр,
Кем тыумаған, шул ҡалыр -
Бары ла яҙмыш ҡулында,
Ауырыуын, һауын да,
Шул ауға эләктереп,
Әпкитә ул һөйрәтеп,
Әжәлдең уйынына -
Кара ер ҡуйынына
Был донъяла кем ҡалыр,
Ни ҡалмаһын, шул ҡалыр:
Ерҙе ҡара һыу алыр,
Ҡалған яғы ҡыу калыр.
Ошо ерҙә әлегә
Тороп ҡалған - беҙ генә.
Мыр ҡорто һымаҡ, мыжғып,
Ер ҡорто һымаҡ, ыҙғып.
Әйт тә әйт, тип әйтһәгеҙ,
Йә лә йә, тип әйтһәгеҙ,
Мөйтән бейҙер - һүҙ башым,
Мөйтән - илдең күҙ, ҡашы.
Ил башы ине Мөйтән,
Күҙ, кашы ине Мөйтән.
Мөйтән ерҙән киткән һуң,
Әхирәткә күскән һуң,
Хан булды беҙгә Сыңғыҙ,
Йөрөтмәне ул яңғыҙ, һанһыҙ ине нөгәре,
Ханһыҙ ине нөгәре.
Үҙе - хандар ханы ине,
Яулар әсән яна ине
Үҙе бөтә донъяны,
Киң донъяға һыйманы.
Ул да ерҙә ҡалманы -
Өҫтөн үлән ҡапланы,
Вариҫтары, заттары
Ҡәберен дә тапманы.
Сыңғыҙ китте ҡайтмаҫҡа,
Ҡабат илдәр баҫмаҫҡа.
Тороп ҡалды ханлығы,
Уны алды хан уғлы.
Булған ул да батырҙан,
Ерҙе ҡанға батырған.
Шул хан алған Уралды,
Анан ары Болғарҙы.
Аның үлерен белгәндәр,
Йыйылышып килгәндәр.
Тапҡан һымаҡ ҙур келәт,
Биләмәһен бүлгеләп,
Таркалған Алтын Урҙа,
Иң аҙаҡ, ҡалып хурға.
Борон-борондан борондан,
Борондан да иң алда
Мөйтән кеүек бейҙәре,
Майҡы кеүек бейҙәре,
Ил-йорт бер ҙә күрмәгән,
Күрмәгәс ни белмәгән.
Улар ҡулдаш булғандар,
Бергә ҡыуған булғарҙы;
Унан ҡыуған ҡалмыҡты,
Булһалар ҙа бик мыҡты;
Шунан, тип, бер ҡыҙғанда,
"Йотолғандар ҡырғыҙҙан.
Шулар ҡыуған, моғайын,
Башҡаһын үә нуғайын.
Икәүләшеп, иркенләп
Гиҙеп сыҡҡас илде иңләп,
Бүлешкәндәр ер-һыуҙы, һис талашһыҙ, һис яуһыҙ.
Мөйтән алған һаҡмарҙы -
Бар ниғмәткә һаҡ барҙы.
Төйҙөгәндәй төйөлөп,
"Карағоштай кәйелеп,
Арыҫландай ажғырып,
Бар көсөнә аҡырып,
Оран һалған ҡалҡынып,
Алдан барып халҡының.
Аҡыллынан аҡыллы,
Булған әсән халҡы уны
Яратҡан да данлаған,
Артынан бер ҡалмаған.
Халҡым, тиеп, Мөйтән бей,
Башын йәлләмәгән, ти.
Илдә булмаһа Мөйтән,
Бөтәр ине ил күптән.
"Кайтмаҫ ергә киткәстен
Ил ҡашҡаһы Мөйтән бей,
Ил теҙгене бушаған,
Буш турһыҡҡа оҡшаған.
Ул тыуған алдар булып,
Тыумыштан сардар булып.
Ил теҙгенен алған ул,
Барын күреп алдан ул.
Аҙашһаҡ, шундай ирҙәр
Беҙгә сыраҡ инеләр.
Юлыбыҙҙы яҡтыртҡан,
Етәкләгәндәй ҡулдан;
Йә асык ҡапҡа ише
Үтәүгә юлсы кеше.
Мөйтән күрҙе алыҫтан,
Эшен ҡылды яңылышмай:
Ул күрҙе күп ерҙәрҙе,
Ул гиҙҙе күп илдәрҙе.
Әҙәм аяҡ баҫмаған,
Ҡоштар осоп тапмаған
Ерҙәрҙе лә күрҙе ул,
Илдәрҙе лә гиҙҙе ул. һаҡмарҙан - һаймылышҡа
Китте ул көнбайышҡа,
Кисте Оло Иҙелде,
Тын буйҙарына килде.
Бейе булды Сыңғыҙҙың
Теүәл генә утыҙ йыл,
Беҙгә бирҙе ун йылын,
Әҫтәбеҙҙән бей булып.
Ул булды ғәҙел хаким,
Сығарҙы ғәҙел хөкөм.
Күтәрелде тауҙарға,
Илдә сыҡһа ҙур ғауға.
Арыҫландай үкерҙе,
Касан дошманын күрҙе:
Нуғайҙы ун тамғалы
Ул итте он-талҡаны.
Дошманына ябрылды -
Ҡапыл яуған ҡар булды.
Телгә ул сәсән булды,
Үткән кеүек ҡылыстан,
Шулай булды һүҙгә оҫта.
Ул хандан бейек ине,
Хан өҫтөнән бей ине,
Килгәс бары ҡулынан -
Бейлек башланды унан.
Ятты Мөйтән ят күрҙе,
Күрһә әгәр, екерҙе.
Йортон унға еткерҙе,
Йортондағын тиң күрҙе;
Бөтә булған башҡортто
Үҙенә тартып торҙо: Ҡыпсаҡ,
Бөрйән бейҙәре
Бер үк көйҙө кәйләне.
Уға килеп, дуҫ булды,
Иш янына ҡуш булды.
Туҙған Үҫәргән илен Кулына алды ирең:
Үҙҙе-үҙе бер яры, һигеҙ йөҙ ине бары
Тирмәләренең һаны.
Мөйтән бей китте ары -
Яңы йорттар һалдырҙы,
Ят йөрәген яндырҙы.
Илдә ҡалманы нуғай,
"Калмыҡ та бөттө шулай.
Йөҙ тамғалы башҡорттар
Булды илдә башлыҡтар.
Мөйтән ирек бирмәне:
Таратманы тирмәне
(Минең «тирмә» тигәнем -
«Илен-йортон» тигәнем).
Унан көслө булманы,
Халыҡ уны тыңланы.
Ҡышын Уралда торҙо,
Шулай ҡышлар булды.
Йәйен күсте һаҡмарға,
Ҡарамайса юҡ-барға.
Шунда ул алды һыуһын,
Эсеп өс йылға һыуын.
Һеҙҙе сәләмләйГость