Ильяс-Турат ауылы сайты - Урал батыр

Иләс-Турат ауылы сайты

Шишәмбе
24-Ҡарасай-2017
01:46

Урал батыр

3-сө бүлек
 
Бер нисә көн булған һуң,
Ҡыҙҙың туйы уҙған һуң,
Урал тағы киткән, ти,
Күп һыуҙарҙы кискән, ти.
Бара торғас, бер ерҙә,
Бер ҡая тау битендә,
Уйпат сая эсендә
Арыҫланынан төшөп,
Ял итергә ятҡанда,
Йылан ыҫлаған тауыш
Ҡолағына салынған.
Ырғып тороп урынынан,
Тирә-яғына ҡаранған.
Йыраҡ түгел, яҡында,
Бер ҡулҡының янында:
Бейеклеген ҡараһаң, —
Арыҫлан аша күренмәҫ,
Оҙонлоғон үлҫәһәң, —
Йөҙ аҙымда түкәлмәҫ,
Ғәләмәт бер ҙур йылан
Ҡулҡы эсенән һөҙөп,
Тотоп алған бер болан.
Ай, айҡаша, ти, былар,
Һай, сайҡаша, ти, былар;
Аҙаҡ сиктә түҙалмай,
Йыланға ҡаршы торалмай,
Сәсәп, йығылған болан,
Арт һанынан боландың
Шундуҡ ҡапҡан, ти, йылан.
Урал барған йүгереп;
Йылан ҡойроғон болғап,
Дулай, ти, ағас һындырып.
Уралды ла йоторға
Ҡойроҡ менән һуҡҡан, ти,
Урал урап йыландың
Ҡойроғонан тотҡан, ти.
«Ебәр һин боланды!» — тип,
Йыланға Урал әйткән, ти.
Йылан бер һүҙ әйтмәгән,
Боландың ул арт һанын
Сәйнәгән дә сәйнәгән.
Тырышҡан, ти, был йылан
Үҙ теләген итергә,
Боланды йотоп бөтөргә
Тырышһа ла, булмаған:
Ҙур мөгөҙҙә туҡтаған;
Ҡойроғо менән шаҡарған,
Унда ла мөгөҙ һынмаған;
Ергә һуҡҡан боланды —
Мөгөҙгә бер ни булмаған.
Бара-тора йыландың
Һис тәҡәте ҡалмаған;
Йотһа, мөгөҙ ебәрмәй,
Ҡоҫһа, кире тибәлмәй;
Аптыраған, алйыған,
Һис тә эше сыҡмағас,
Башҡа сара ҡалмағас,
Йылан, башын сәкәйтеп,
Уралға ҡарап ялбарған:
«Ай, егетем, ярҙам ит,
Шул булмаһын үлемем,
Ҡәһҡәһәнең улымын,
Зәрҡум тигән егетмен,
Ярҙамына ҡарыуға
Мин дә ярҙам итермен.
Юлымда юлдаш бул, тиһәң,
Юлыңа бергә китермен;
Ынйы-мәрйен һораһаң,
Һарайыма барырһың,
Теләгәнсә алырһың,
Ҡунаҡ булып ҡалырһың», —
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Урал былай тигән, ти:
«Һис тә ҡарыу ҡылмаған,
Бер йәнгә лә теймәгән,
Ҡан эсмәҫтәй боланды
Минең дошман Үлемгә
Асмарланың бахырҙы,
Миңә һөйлә серене,
Миңә әйт һин барыны,
Миңә бүләк кәрәкмәй,
Миңә һарай кәрәкмәй,
Мин сыҡҡанмын илемдән
Ҡотҡарырға кешене,
Ғәйепһеҙ болан ишене
Яуыз дошман Үлемдән».
«Ай, егетем, әйтәйем,
Бар серемде һөйләйем:
Беҙгә яҡын бер ерҙә,
Ҡоштар торған ҙур илдә,
Самрау тигән батша бар.
Шул батшаның Ҡояштан
Тыуып төшкән ҡыҙы бар.
Мин һораным — бирмәне,
«Һин йылан», — тип, ҡыҙы ла
Мине тартып килмәне.
Мин атама ялындым,
Көнөн-кисен ялбарҙым,
«Атай, шуны ал, — тинем,
Һис булмаһа иленә
Утлы яуың ас», — тинем.
«Бөгөн ауға сыҡ, тине,
Йылан туның кей, тине;
Ун ике тарбаҡ мөгөҙлө
Болан табып ей, тине —
Шуны йотһаң, донъяла
Төрлө төҫкә керерһең,
Хәүеф белмәй йөрөрһөң;
Кешеләрҙең һылыуы,
Бер ир-егет булырһың;
Ҡош иленә барырһың,
Самрауҙың бер ҡыҙын
Үҙең һайлап алырһың», —
Тигәс, ауға сыҡҡайным,
Боланды ла йотҡайным;
Инде хәлем ҡалманы:
Ауыҙыма кипләнгән
Мөгөҙө һис һынманы,
Теләгәнем булманы.
Егет, мине хур итмә,
Бер изгелек ит, егет,
Миңә ярҙам ит, егет!
Атама бергә барайыҡ,
Ни теләһәң — алайыҡ.
Атамдан байлыҡ һорама:
Донъяла һылыу ҡыҙ бирер,
Анһына ла алданма!
Һарай тулы мал бирер,
Анһына ла алданма,
Ынйы-мәрйен — барыһын
Атам түгер алдыңа, —
Анһына ла алданма!
Аҙаҡ сиктә атайым:
«Ынйы-мәрйен һөймәгән,
Байлыҡҡа баш эймәгән,
Ай, һылыу ҡыҙ, тимәгән,
Был донъяла йөрөп тә,
Ишетеп тә, күреп тә
Һис берәүҙе тапманым,
Бирер нәмәм ҡалманы,
Инде үҙеңә туҡтаным,
Егет, әйтсе теләген,
Ҙур эшеңә бүләгем», —
Тиер һиңә атайым.
Алдан әйтеп ҡуяйым:
Аждаһа туның һал, — тирһең,
Ҡош туныңды кей, — тирһең,
Ҡош телеңде сығарып,
Ауыҙыма бир, — тирһең.
Атам һине ҡурҡытыр,
Ташҡа төкөрөп күрһәтер,
Ташты һыуҙай ҡайнатыр.
Әгәр тауға төкөрһә,
Тауы иреп, һыу булыр,
Ағып бары шул саҡта,
Бер үҙәнгә йыйылыр,
Осо-сиге күренмәҫ
Ялтыраған күл булыр.
Анһынан да ҡурҡма һин,
Һаман телен һора һин.
Атам телен үпкән һуң, —
Күңеле йомшап киткән һуң,
Ни һорайһың бүләккә?» — тип,
Һиңә ҡарап әйткән һуң:
«Бер ҙур илдә батшаның
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
Ҡылыр эшен беләһен,
Үҙ һөйгәнең ни булһа,
Шуны миңә бирәһең», —
Тигәс, ынйы башлы таяғын
Бирһә, уны алырһың.
Ул таяҡтың даны шул:
Һыуға төшһәң, батмаҫһың,
Утҡа инһәң, янмаҫһың,
Күренмәҫкә теләһәң,
Һис бер йән дә күрәлмәҫ,
Дошман һине эҙләһә,
Бер ҡасан да табалмаҫ», —
Тиеп Зәрҡум ялбарғас,
Урал мөгөҙҙө һындырған,
Йылан, боланды йотҡас,
Шундуҡ бер егет булған.
Уйламаҫтан-нитмәҫтән,
Һүҙҙәре лә бөтмәҫтән,
Бер һыҙғырыу ишеткән,
Зәрҡумдың йөҙө шул саҡ
Ағарынып, буҙ булған.
Урал: «Ни?» — тип һораған,
Зәрҡум бер ни әйтмәгән,
Унан серен йәшергән.
«Атам белде серемде,
Мин һөйләгән уйымды;
Был егеттән яҙлыҡһам,
Быны йотмай ебәрһәм,
Атам йөрәге ташыр,
Асыуынан мине аҫыр.
Йоторға көс алалмам,
Ҡойроғомдо боғалаҡ
Тағы да мин ҡылалмам.
Атама илтеп тапшырһам,
Аяғына баш орһам,
Аҙ-маҙ яза алырмын,
Үҙем иҫән ҡалырмын», —
Тигән уйҙы уйлаған,
Тик Уралға әйтмәгән,
«Атам эҙләтә икән, — тип,
Ул Уралды алдаған.
«Әйҙә, егет, барайыҡ,
Беҙҙә ҡунаҡ булайыҡ,
Атайымдан бүләккә
Мин әйткәнде һорайыҡ», —
Тип Уралды өндәгән,
Һарайына димләгән.
«Йылан илене күрәйем,
Бар серене беләйем,
Якшылыҡҡа яманлыҡ
Була икән донъяла,
Бергә барып күрәйем.
Егет һүҙе бер булыр,
Алға алған уй булыр,
Тартынмайса барайым.
Үлем еңер йөрәктең,
Уны йығыр беләктең
Батырлығын һынайым», —
Тиеп Урал уйлаған,
Барыу юлын һайлаған,
«Һау булһам, кире килермен,
Һинең менән булырмын.
Килмәһәм, оҙаҡ көтмәҫһең,
Ситтә ғүмер итмәҫһең,
Төҫәүелләп юлыңдан,
Илгә ҡайтып китерһең,
Минән сәләм әйтерһең», — тип,
Арыҫланына әйткән, ти,
Маңлайынан үпкән, ти,
Шунда ҡуйып киткән, ти.
Бергә киткән, ти, былар,
Күп ер үткән, ти, былар.
Күккә олғашҡан ҙур тауҙай
Ҡара күргән алдында,
Нәж(ә)ғәйҙәй ялтыраған
Ут уйнай, ти, янында.
Күк томандар ҡаплаған,
Ут һөрөмө бөркөлгән
Нәмә күргәс юлында,
Урал: «Ни?» — тип һораған,
«Һарайҙарҙы һаҡлаған
Тау түгел ул, йылан», — тип,
Зәрҡум уға аңлатҡан.
Барып еткән, ти, былар,
Шунда күргән, ти, Урал:
Тимер ҡойма янында
Уралып үҙ яйына
Туғыҙ башлы бер йылан —
Һаҡсы икәнен белгән.
Зәрҡум башлап барған, ти,
Туғыҙ башлы йыланға:
«Асҡыс килтер!» — тигән, ти.
Йылан шыжлап һыҙғырған,
Тау-таш ауғандай булған,
Бер саҡ тауыш ҡуҙғалған:
Алтышар башлы дүрт йылан
Асҡыс һөйрәй икән, ти,
Шул асҡыстың тауышы
Шундай шаулай икән, ти.
Шул ҙур асҡысты алып,
Һарайҙы асҡан, ти, барып.
«Әйҙә, егет, инә тор,
Мин атама барайым,
Бында алып киләйем», —
Тиеп Зәрҡум киткән, ти,
Уралды шунда япҡан, ти.
Бер саҡ һарай тирәһе:
Эреһе-вағы, төрлөһө —
Йылан килеп тулған, ти;
Төрлө һүҙҙәр булған, ти,
Урал тыңлап торған, ти.
Ун бер башлы бер йылан:
«Сират миңә ашарға —
Ун икенсе баш яһарға,
Батшаға иң яҡын бер
Вәзиренән булырға».
Туғыҙ башлы бер йылан:
«Юҡ, был кеше батшаның
Серен алды улынан,
Вәғәҙә алды ҡулынан;
Быны батша йә үҙе,
Йә булмаһа мин йотам:
Батшабыҙҙың бар серен
Үҙ башымда мин тотам.
Батша уны ашамаҫ,
Улын яҡлап ҡотҡарғас,
Ашаһа ла, баш үҫмәҫ.
Юҡҡа йыйылып тормағыҙ,
Ымһынышып йөрөмәгеҙ,
Һеҙгә теймәҫ — көтмәгеҙ», —
Тигәс, барыһы таралған.
Туғыҙ башлы ҙур йылан
Шул тирәлә уралған.
Ҡапҡаға яҡын килгән, ти,
Бер ҡыҙ төҫлө булған, ти,
Урал янына инеп,
Арбамаҡсы булған, ти,
Уралға ҡул һуҙған, ти.
Урал ҡулын ҡыҫҡан, ти, —
Бармаҡтары осонан
Ҡаны бәреп сыҡҡан, ти;
Йылан түҙмәй ҡыҫыуҙан
Ут бөркмәк булған, ти;
Урал сәсеп ғәйрәтен,
Боғаҙынан алған, ти.
«Һин бит серҙе белеүсе,
Кеше ашап ятыусы,
Баш үҫтереп йөрөүсе,
Ҡәһҡәһәнең бар серен,
Башын һаҡлап тороусы»,—
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Аптырауға ҡалған, ти:
«Ай, тәңрем икәнһең,
Мин быны һис белмәнем,
Кешеһең, тип уйланым.
Шуға бая батшама:
«Улың серҙе кешегә,
Беҙгә дошман ишегә
Һөйләгән бит», — тигәйнем»,—
Тиеп, йылан Уралдың
Аяғына йығылған,
Бил урталай һығылған.
Еҫкәнепме, һиҙепме,
Күп тә үтмәй был йылан:
«Юҡ, юҡ, тәңрем түгел һин —
Кеше еҫе аңҡыны —
Ысын кеше икәнһең!
Батша улын һөйләтеп,
Бөтә серҙе белгәнһең,
Серҙе аңлап килгәнһең»,—
Тиеп ырғып торған, ти,
Ауыҙ асып, ажғырып,
Утын бөркмәк булған, ти.
Урал ҡурҡып тормаған,
Башына бер орған, ти,—
Бер башынан сылтырап,
Ергә асҡыс ҡойолған,
Һигеҙ баштан тағы ла
Һигеҙ батыр бар булған.
«Барыбыҙ ҙа кеше инек,
Илебеҙҙә ир инек,
Йылан беҙҙе ашаны,—
Үҙенә баш яһаны.
Яр йыландың йөрәген —
Алтын асҡыс табырһың
Сер һарайын асырһың,
Теләгәнең алырһың»,—
Тип тегеләр әйткән, ти.
Урал йөрәген ярған, ти,—
Сер һарайын асҡан, ти:
Ынйы менән биҙәнгән,
Ебәк менән уранған,
Йөзө-башы һарғайған
Бер һылыу ҡыҙ күренгән;
Ҡыҙ янында — бер ишек,
Шуны барып асҡан, ти;
Бер тәхеттең янында
Ынйы таяҡ күргән, ти.
«Алсы, егет, таяҡты»,— тип,-
Теге кешеләр әйткән, ти.
Шул саҡ һарай ишеген
Бер аҡ йылан асҡан, ти;
«Был кем бында инеүсе,
Һис кешегә теймәҫтәй
Таяғымды алыусы?»— тип,
Йылан килеп Уралға,
Йотайым тип, уҡталһа,
Урал тотоп алған, ти,
Ергә урап һалған, ти,
Ошо һүҙҙе әйткән, ти:
«Кеше юйыр Үлемде
Эҙләп сыҡҡан батырмын;
Үлем яҡлы берәүҙе
Ерҙә имен ҡуймамын;
Атым Урал булғанда,
Затым кешенән булып,
Был донъяға тыуғанда,
Кешегә ярҙам итермен,
Илем байман итермен,
Кешегә дошман булғандың
Барын тар-мар итермен.
Батша булһаң, бир фарман:
Бөтә йылан йыйылһын,
Кеше ейгән баштары
Бары ергә эйелһен, —
Барын турап бөтөрмөн,
Кире кеше итермен.
Яуыз Үлем юлдашы,
Бөтә йылан-яуызды,—
Барын тар-мар итермен!» —
Тигән һүҙен ишеткәс,
Батырлығын һынағас,
Йылан да буй биргән, ти.
«Таяғым киткәс ҡулымдан —
Көсөм һиндә»,—тигән, ти.
Батша фарман биргән, ти:
Бар йыланды йыйған, ти;
Кеше ашап үҫкәндең
Башын Урал ҡырҡҡан, ти, —
Баштан кешеләр сыҡҡан, ти.
Бар һарайҙы астырған,
Зиндандағы тотҡондоң
Барыһын да ҡотҡарған.
«Хәҙер улыңды тап, — тигән,
Эҙләп алып кил!» — тигән.
Халыҡ иреккә сыҡҡан, ти,
Бикле ятҡан һылыу ҡыҙ —
Ул да бергә сыҡҡан, ти;
Барыһы ла килгән, ти,
Уралды һырып алған, ти:
«Тәңре бирмәҫ ярҙамды
Беҙгә, егет, атҡарҙың,
Ил ҡаплаған яуыздың
Утлы яуын аҡтарҙың.
Инде, егет, нишләйек,
Ниндәй бүләк бирәйек,
Ни тип әйтеп ҙурлайыҡ?»
«Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй.
Ил батыры шул булыр —
Кеше һөйөр ир булыр,
Һеҙҙең шатлыҡ — минеке,
Минең шатлыҡ — һеҙҙеке.
Илдең барын йыяйыҡ,
Күмәкләп туй ҡылайыҡ,
Арағыҙҙан берәүҙе
Башлыҡ итеп ҡуяйыҡ».
Йыланға ҡаршы яу тотҡан,
Күп йыл буйы һуғышҡан
Алғыр тигән ир булған, —
Шуны башлыҡ ҡылған, ти.
Алғыр ҡарт ҡорҙашының
Тоғро бер юлдашының
Ҡыҙы ҡалған — Гөлөстан —
Ҡәһҡәһәлә ҡол булған,
Һарайҙа бая осраған
Ошо ҡыҙҙы димләшеп,
Уралға бирмәк булғандар.
Урал халыҡтың уйҙарын —
Ҡыҙҙы алыр туйҙарын
Бер аҙ һуңлатмаҡ булған,
Әзрәҡәне еңгәнсе,
Туйҙы туҡтатмаҡ булған.
Арала иң өлкәне,
Донъяны күп күргәне:
«Һәр йыл ғүмер бер батыр
Иле өсөн яратыр.
Быуын-быуын үтер ул,
Киләсәк быуын етер ул,
Һинең даның ҡалһа ла,
Ҡулда ғәйрәт бөтөр ул.
Ир бөтһә лә, ил бөтмәҫ,
Ил батыры — батырҙан,
Батыр ирҙән тыуыр ул;
Атанан күреп, уҡ юнып,
Өлкәндән күреп, яу ҡыуып,
Ил эсендә үҫер ул,
Утын-һыуын кисер ул.
Батырҙан батыр тыуғанда,
Бер быуын тип һаналған
Илдә ғүмер үтер ул.
Батыр атанан ҡот йәйгән,
Матур әсәнән һөт имгән,
Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,
Батырға әсә булыр ҡыҙ, —
Тигәс, Урал тыңлаған:
Гөлөстанды алған, ти,
Бер оло туй ҡылған, ти,
Бергә ҡунаҡ булған, ти.
Һеҙҙе сәләмләйГость