Ильяс-Турат ауылы сайты

Хәйбулла хәбәрҙәре

Баш/Төп » Статьи » Район гәзитенән

Инша

Каникулыбыҙ күңелле үтте
Сиҙәм ауылында студенттар ҡышҡы каникулды файҙалы итеп уҙғарҙы. Улар ауыл мәҙәниәт йортонда мәктәптең өлкән класс укыусылары менән КВН уйынында ҡатнашып, тамашасылар менән аралашып, матур сара ойошторҙо.
КВН булғас, ул көлкө һәм шаяртыуҙар менән була. Шуға күрә һәр команда уҙ сығышын ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы.
Үҙең менән таныштырыу, билдәле йәнһүрәттәр «Том һәм Джерри», «Винни пух һәм уның дуҫтары», «Про-стоквашино» һәм башҡаларҙың күренештәрен сәхнәләштереү барыһына ла хуш килде. Ә музыкаль номерҙар айырыуса матур итеп башҡарылды.
Уйын булғас, еңеүсе лә була инде. Студенттар командаһы еңеүсе тип танылды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ошо матур сараны ойошторғандары әсән уҡыусылар командаһын әҙерләүсе уҡытыусы Г.Б.Таһироваға һәм ата-әсәләрҙән Рима Осиповаға, төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы студенттарға, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдереп, һәм ошондай сарала тағы ла осрашҡанға тиклем, тип әйтке килә. 
                  

Категория: Район гәзитенән | Өҫтәне: ilyas-turat (12-Февраля-2010) | Автор: Юлиә Искужина
Ҡарауҙар: 3665 | Комментарийҙар: 1 | Рейтинг: 5.0/1 |
Бөтә комментарийҙар: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Приветствую Вас Гость