Ильяс-Турат ауылы сайты

Хәйбулла хәбәрҙәре

Баш/Төп » Статьи » Район гәзитенән

Ҡотлауҙар

Ҡотлауҙар
Муниципаль район хакимиәтенең Ауыл хужалығы идаралығы коллективы Әмирхан Сөләймән улы Салауатовты 70 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлай!
Уға ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр һәм оҙон-оҙаҡ
йәшәуен теләй.
***
Ҡәҙерле ҡатыным,
әсәйебеҙ Мәрйәм Шәрифулла ҡыҙы Ишемғолова-ны 50 йәшлек куркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
һиңә алдағы тормошоңда
ныҡлы һаулыҡ, күңел ты- ЧЩк  ш ныслығы теләйбеҙ. Артабан да шулай оло йөрәкле, матур күңелле булып, барыбыҙҙың да ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, йәшәргә насип булһын.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Рафиҡ, ҡыҙҙары Гүзәл, Ҡарлуғас һәм
барлыҡ туғандары.
***
Аҡъяр ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Шәһит Мәжит улы Баймырҙинды 30 йәшлек
куркәм юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Киләсәктә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, Ләйсән киленебеҙ менән бер-берегеҙгә ныҡлы терәк-таяныс, улдарығыҙ Динислам һәм Шайморатҡа өлгөлө атай-әсәй булып, мул, етеш тормошта бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама.
Һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшә,
Туғандарың менән йәнәшә.
Иң изге теләктәр менән ағаһы Риф, еңгәһе Раушания, апаһы Нурия, еҙнәһе Исмәғил, ҡустылары Иҙел, Зариф, һеңлеләре Наҙгөл,
Әлиә.
***
Ҡәҙерле Миңһылыу Килдебай ҡыҙы Солта-нованы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
һиңә ныҡлы сәләмәтлек, беҙҙе шатландырып, оҙон-оҙаҡ иҫән-һау йәшәуеңде теләйбеҙ. Уйтеләктәрең изге, тыуыр таңдарың тыныс, ғүмерең бәхетле булһын. Беҙҙең әсән һин бик ныҡ кәрәкһең!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Иң матур теләктәр менән тормош иптәше, улы һәм ҡыҙҙары. »
Категория: Район гәзитенән | Өҫтәне: ilyas-turat (16-Февраля-2010)
Ҡарауҙар: 9240 | Комментарийҙар: 3 | Рейтинг: 0.0/0 |
Бөтә комментарийҙар: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Приветствую Вас Гость