Ильяс-Турат ауылы сайты

Хәйбулла хәбәрҙәре

Баш/Төп » Статьи » Район гәзитенән

Тыуған ауылым Туратым!

Тыуған ауылым
ТУРАТЫМ!
Башҡайына кейеп тау теҙмәһен,
Билкәйенә йылға уратып.
Күҙ алдымда һаман балҡып тора
Тыуған ауылым — нурлы Туратым.'
Ауылым минең сал тарихҡа эйә,
Ата-бабаларым төйәге.
Мәрхумдәрҙеңданы, рухы үлмәй,
Ҡалмаһа ла хатта һөйәге.
Шаңдау булып ишетелер кеүек
Олатайым тартҡан ҡурайҙың.
Уға ҡушылып бергә яңғырар төҫлө
Гармун моңо ағам Юлайҙың.
Йырлайым мин һағыш йырҙарын,
Татыным күп тормош йәберен.
Бер үкенмәҫ инем барып күрһәм
Әсә-өләсәйем ҡәберен.
Иртәләрен һағынып уянам,
Төштәремдә күреп һаташам.
Ник үҫмәнем һуң бер ҡайының булып
Көнһылыуҡай ташҡа тоташып.
Көтәләрҙер мине дуҫтар, туғандар,
Тыуған йортта көтә атайым.
Ҡулға таяҡ алып, дәрүиш булып,
Әллә инде йәйәү ҡайтайым.
Һиндә үтте гөрләп йәшлегем,
Ҡартлыҡ ҡаға инде тәҙ(е)рә.
Ҡайтыр юлда күпме ҡаршылыҡ—
Баһаланмай кеше ҡәҙере.
Ерһенмәйем, толҡа тапмайым, тип
Етәр инде янып кейәүем.
Сит ерҙәрҙә ҡалыр һөйәктәрем.
Тыуған яҡҡа ҡайтыр һөйөүем.
Ҡасан ҡайтам, юлым асыҡмы һуң? ,
Күрәҙәсе табып юратам.
Ҡылғандарҙан ап-аҡ һуҡмаҡ һалып,
Ҡаршы алырһыңмы Туратым?
Категория: Район гәзитенән | Өҫтәне: ilyas-turat (16-Февраля-2010)
Ҡарауҙар: 1226 | Рейтинг: 5.0/1 |
Бөтә комментарийҙар: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Приветствую Вас Гость