Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!..
Шәжәрәмдә – сал тарихы балаларҙың,
Бөгөн дә, киләсәгем, балаларым.
Беҙ, иләстәр, Үҫәргән ырыуы Айыу түбәһенә (араһына) ҡарайбыҙ. Беҙҙең ырыу иң ҙур башҡорт ырыуы, ә беҙҙең түбә (ара) иң боронғолорҙан һанала.
Үҫәргән ырыуы туғыҙ түбәнән тора. Улар: Бүре, Ҡунаҡ, Сураш, Айыу, Бишәй, Шешәй, Абаҙа (Апанды), Аҫҡаҡ, Мәмбәт.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәйләгән (һыулаған) ерҙәр: Һаҡмар, Ыҡ, Һүрән, Ҡаҫмарт, Йылыйыр һәм Таналыҡ йылғалары буйҙары. Ул – хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары; Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Гай, Яңыорск һәм Һарыҡташ райондары. Һарытау һәм Һамар өлкәләренең Ырғыҙ, Ҡаралыҡ, Кәмәлек йылғалары буйында, тағы Оло һәм Кесе Үҙән буйында булған.
Үҫәргән ырыуы Айыу түбәһе (араһы) шәжәрәһе
1. Баба Төкләҫ (IX-XII б.)
2. Тырма (IX-XII б.)
3. Ҡаҙансы (IX-XII б.)
4. Ишлам-ҡыя (IX-XII б.)
5. Ҡары-ҡыя (IX-XII б.)
6. Ҡотлоғыя (IX-XII б.)
Инеү формаһы |
---|
Яңылыҡтар календары | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
Эҙләү |
---|
|
Һауа торошо |
---|
Бер аҙналыҡ ошонда |
www.rp5.ru |
Сайт дуҫтары |
---|
Статистика |
---|
Онлайн бөтәһе: 1 Ҡунаҡтар: 1 Файҙаланыусылар: 0 |
Беҙҙән һорау - Һеҙҙән яуап |
---|