Ильяс-Турат ауылы сайты - Тарих

Иләс-Турат ауылы сайты

Йома
24-Ҡырпағай-2017
19:38

Тарих

Ҡускар (Байғусҡар) һәм Иләс ауылдары старшина Һағынбай Күҫәков командаһына ҡаралан.

Тарихтан билдәле булыуынса, 1798 йылдан алып башҡорттар шулай  уҡ Үҫәргәндәр ҙә, хәрби  казачье сословиеға  әүерелә.   Улар  үҙ  сығышы  иҫәбенә - үҙенең аты,   һуғыш  ҡоралы,  аҙыҡ-түлеге,  кейем-һалымы менән  ил сиген һаҡларға тейеш булған. Ил  сиге  Яйыҡ  (Урал)  йылғаһы буйлап һуҙылған, ә  Яйыҡ иләстәргә бары 25-35 километр самаһы алыҫлыҡта ғына ағып ята. Яйыҡ  буйлап  крепостар, уларға яҡын тирәлә дистанциялар, пикеттар барлыҡҡа килтергән,   пикет - бәләкәй  генә  һаҡсы  отряд,  дозор торған урын. Ҡайһы  бер дистанциялар,  пикеттар  урынында ауылдар үҫеп сыҡҡан.  Мәҫәлән,  Ырымбур өлкәһе  сигендәге Новочеркасск-Разоренный ауылын элек башҡорт ҡарттары "Бикәт, Пикәт" тип  атап йөрөткәндәр.

Иләс ҡарт   XVIII  быуат аҙағында (1787 йылда)  үҙенең дүрт улы менән Ҡыҙыл Мәсет (Мораҡ) яғынан Һүрән  буйынан  күсеп  ултырған.   Башта  Умань (урыҫ ауылы, хәҙер инде юҡ) эргәһенә нигеҙ һала, ә һуңынан хәҙерге урынына күскән.

1816 йылғы  7-се  ревизия буйынса  Иләстә 10 хужалыҡ - "двор" булып,  унда  31 ир-ат, 17 ҡатын-ҡыҙ донъя  көткән.

Исемлектең   башында   88  йәшлек  Шәрифйән  Иләсов  тигән аҡһаҡал тора,  тимәк ул  1728  йылғы булып сыға. Шәрифйән ҡарт   ул  саҡта  үҙенең  25  йәшлек  Әбделкәрим  атлы улы менән йәшәгән. Әбделкәримдең Әбдерғәфәр, Әбделмәннән һәм Йәнтимер исемле 3-8 йәшлек малайҙары йүгереп йөрөгән.  Исемлеккә  икенсе һаны менән 30 йәшлек  ир уҙаманы  Искәнйәр Әбделмәнов яҙылған. Уның   ғаиләһе булмаған.  Исемлектә  өсөнсө булып Ҡунаҡҡас  Иләсов  тора,  72  йәштә.  Ул үҙенең  32 йәшлек  Йәмилисмәғил  исемле улы менән    бергә    йәшәгән.   Йәмилисмәғилдең  бер улы (Бикмөхәмәт - 3  йәш)   һәм  бер  ҡыҙы  булған  (Гөлзифа  4 йәштә)  булған.

Исемлек  артабан  түбәндәгесә  дауам итә:  67  йәшлек Рәхмәтулла Иләсов,  уның Байғөбәк, Буранғол  һәм Иманғол исемле  3 улы булған. 27 йәшлек  Байғөбәк үҙенең 8 йәшлек Йәғәфәр, Мөхәмәтәмин исемле малайҙарын үҫтергән.  Икенсе улы Буранғол 1814 йылда Ватан һуғышында һәләк булған.

Ишкиде Ураҙғолов, 44 йәштә үҙенең 3 малайын (Ильяс, Ғиниәт, Ярал) үҫтергән.  78 йәшлек Һатыусал Иләсов үҙенең хорунжий булып  хеҙмәт  иткән  улы  Ишбулды  Иләсов менән йәшәп ятҡан.

Шулай уҡ бында 53 йәшлек Ниғмәтулла Аҫҡаров та үҙенең  ике улы һәм  ҡыҙҙары менән көн күргән һәм башҡалар.

1834 йылда Иләс 16 хужалыҡтан тороп унда бөтәһе 98 кеше йәшәһә,  хужалыҡта 248 кеше,  ә 1859 йылда унда  45  хужалыҡта. Иләс ауылға әйләнә, ҙурая.

«Ырымбур губернаһы. Ауыл-ҡалалар теҙмәһе. 1866й.» китабында ошондай яҙыуҙар бар: Орск уезды, 2-се стан, №772 Иләс ауылы (Ильясово, Турат), башҡ., Турат йылғаһы буйында урынлашҡан, иҫке линия тракты (уң яғы), Орск – Өҫкөурал ҡалалары почта тракты (һул яғы) араһында. Уезд ҡалаһынан 80 саҡрым, стан фатирынан 30 саҡрым, йорт һаны – 43, халҡы: 142 ир-ат, 107 ҡатын-ҡыҙ.

1889 йылда ауылда 39 йортта 463 кеше, 1900 йылда – 91 йорт һәм 459 кеше.

Ауылда 1 мәҙрәсә,  1 мәсет, 1 һыу тирмәне эшләгән. Ә инде ошо  быуат баштарында  (1917 йылда)  138 хужалыҡ булып, 625 кеше йәшәгән. Ауыл икегә бүленгән:   "Яңы ауыл",  ҫке  ауыл".

1940 йылда – 394 кеше, 1989 йылда – 90 йортта 372 кеше, 2009 йылда – 318 кеше, шулар араһында: 134 ир-ат, 184 ҡатын-ҡыҙ.
Биттәр: 1 2
Һеҙҙе сәләмләйГость