Ә Турат нимә аңлата?
Турат тип аталыуға килгәндә, бал туралағы легендаларҙы ситләтеп үтеү мөмкин түгел. Шул легендаларҙың ҡайһаларын уҡып сыҡҡас ошоларҙы аңларға мөмкин. Хәҙерге Иләс ауылына ҡыҙ күҙләргә бер кейәү-егете ҡанатлы туры толпарға атланып килә. Кеше күҙенә күрһәтмәҫкә күпме генә тырышһа ла, әрһеҙ еңгәйҙәрҙән ҡотола алмаған. Уларҙың күҙе тейеүҙән ҡанатлы туры толпар-аты йән бирә. Уны ауыл эргәһендәге сағылға күмәләр. Шуға ла ауылға Турат (Туры + ат) сағылы исеме бирелгән.
Икенсе легенда - Таштуғай легендаһы. Таштуғай ауылында кейәүҙә булып, Көнһылыу исемле ҡыҙ ҡаса. Ул ҡыҙҙы ҡыуа төшәләр, Турат тауында ҡыуып етһәләр, Көнһылыу ҡаянан ташлана. Шул ҡаяны "Көнһылыу ташы" тиҙәр беҙҙә.
Көнһылыуҙың атаһы был хәбәрҙе ишеткәс, ҡарт Туры аты менән сабып килә. Ат күбеккә бата, хужаһын алып килеп еткереп, йән бирә. Атты сағылға ерләйҙәр.Шунан бирле сағыл - Турат сағылы тип йөрөтөлә.
Тағы бер тарихи мәғлүмәт.