Ильяс-Турат ауылы сайты - Хәйбулла районы

Илъяс-Турат ауылы сайты

Шәмбе
27-Апреля-2024
00:11

Хәйбулла районы

 

             Хәйбулла
Ул далалар иркелеге, ҡырҙарының киңлеге!.. ;
Еренең киңлеге менән дәүләткә тиңлеге.
Ул күк әрем, юшан еҫе, бал ташыған күстәре...
Убаларҙа аҡ ҡылғандар — сал тарихтың сәстәре.
Ул Һаҡмары — көмөш йүгән урманда айыуҙарға,
Таналығы — ебәк ҡороҡ баш бирмәҫ айғырҙарға.
Ул тәбиғәт ҡырыҫлығы — кешеләре йөҙөндә,
Шишмәләр сыңы — ҡурайҙа, шоңҡар ҡараш — күҙендә.
Көнгә ҡарап. Айға бағып. Афәттәрҙән өтөлөп,
Йәшәһә лә иманына һаҡлай алған өмөтөн.
Ул халҡының ихласлығы, йомартлығы,әҙәбе —
Барыһы ла үҙ еренән һеңгән-күскән ғәҙәте.
Иген иле, тип, даланы әйтмәйҙәр бит тикмәгә,
Өҫтәлдәрҙә иң тос өлөш — хәйбуллалар икмәге.
Тупраҡ — зиннәт кенә түгел, алтын-ерҙең аҫты ла,
Мәғдәнен ала белгәнгә ҡуйынын ер асты ла...
"Ул әкиәт донъяһымы? Шағир хыялбай була..." —
Тиһәләр ҙә беҙгә ожмах —
Йән төйәгем, Хәйбулла!..
 
Ҡәҙим Аралбай,
Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.



Һандар һәм факттар
Һеҙҙе сәләмләйГость