Ильяс-Турат ауылы сайты - Башҡортостан

Илъяс-Турат ауылы сайты

Йома
26-Апреля-2024
18:19

Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһы – төп халҡы – башҡорт исеме менән аталған Рәсәй Федерацияһы субъекты. Республика Урал тауҙарының көньяҡ өлөшөндә, Европа менән Азия сигендә урынлашҡан. Башҡортостан Волга буйы федераль округына инә. Төбәктең коды – 02.
    1919 йылдың 23 мартында Башҡорт Автономиялы Совет республикаһы — Рәсәйҙә беренсе милли автономия ойошторола. Республика 1990 йылдың 11 октябрендә төҙөлә, ә 1992 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай.
    Башҡортостандың майҙаны 143 мең квадрат километр тәшкил итә, йәғни илдең бөтә майҙанының 0,8 проценты. Төньяҡта Башҡортостан – Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе, көнсығышта – Силәбе, көньяҡ-көнсығышта, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта – Ырымбур өлкәләре менән, көнбайышта – Татарстан Республикаһы, төньяҡ-көнбайышта Удмурт Республикаһы менән сиктәш. Территорияһының оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа – 550 км, көнбайыштан көнсығышҡа 430 километрҙан ашыу тәшкил итә. Республика халҡының иҫәбе буйынса Рәсәйҙә 7-се урынды биләй – 4 млн. 051,6 мең кеше, халҡының тығыҙлығы – бер квадрат километрға 28,3 кеше, Рәсәй буйынса был күрһәткес уртаса 8,3 кеше.
   Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө, унда 1 млн. 050 мең кеше йәшәй. Башҡортостанда 54 административ район, 21 ҡала, 40 ҡала тибындағы ҡасаба. Иң ҙур ҡалалар – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский.
   Республикала дымлы, йылы йәйе һәм сағыштырмаса һалҡын ҡышы менән континенталь климат. Ғинуар айының уртаса температураһы — −18°, июлдең — +18°. Башҡортостанда ваҡыт Мәскәү ваҡытынан – ике сәғәткә, Гринвич буйынса бөтә донъя ваҡытынан – ҡышын 5 сәғәткә, йәйен 6 сәғәткә алда.
   Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт телдәре булып башҡорт һәм рус телдәре тора. Башҡортостан – күп милләтле край, унда йөҙҙән ашыу халыҡ вәкилдәре йәшәй. Этник составы буйынса республика халҡының 36,3% – урыҫтар, 29,8% - башҡорттар, 24,1% татарҙар тәшкил итә. Республиканың төп халҡы — башҡорттар. Республикала шулай уҡ сыуаштар, марийҙар, украиндар, мордва, немецтар һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй.
   Республика башлығы һәм уның юғары вазифалы кешеһе булып Башҡортостан Республикаһы Президенты тора. Юғары һайланма ҡануниәт органы – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай. Юғары башҡарма власть органы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Башҡортостандың беренсе Президенты итеп 1993 йылдың декабрендә Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы һайлана, ул республика Президенты вазифаһына өс тапҡыр һайлана. 2006 йылда Рәсәй Президенты В.В.Путин тәҡдиме буйынса республика парламенты М.Ғ.Рәхимовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләтен йөкмәтә.
   Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының иң алдынғы индустриаль һәм ауыл хужалығы төбәктәренең береһе булып тора. Республика – илдең төп нефть табыусы райондарының береһе, химия һәм машиналар эшләү сәнәғәте үҙәге. Яғыулыҡ сәнәғәте, химия һәм нефтехимия, электр энергетикаһы, металлургия, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәттәре төп махсуслашҡан тармаҡтар булып тора. Республикала энергетика, химия, машиналар эшләү өлкәһендә һәм кадрҙар әҙерләү үҙәктәре, тикшеренеү институттары, тәжрибә производстволары һәм сәнәғәт комплекстары булған башҡа тармаҡтарҙа заманса фәнни-производство кластерҙары булдырылған. Һуңғы йылдарҙа республиканың агросәнәғәт комплексында яңы ҡошсолоҡ комплекстары, ит эшкәртеү цехтары, һөтсөлөк фермалары барлыҡҡа килде, мал иҫәбе яңыртылды. Машина-технология станциялары ойоштороу һөҙөмтәһендә бөтә ҡырсылыҡ эштәре иң яҡшы донъя өлгөһөндәге махсус машиналар һәм технологияларҙы файҙаланып башҡарыла. Производство менән бер рәттән, Башҡортостанда хеҙмәтләндереү өлкәһе лә яңыртыла. Мәҫәлән, һуңғы ике тиҫтә йылда республика үҙ аллы үҙенең иң яҡшы курорттарын сәләмәтләндереү һәм дауалау технологияларының заманса кимәленә сығарҙы. «Красноусол» һәм «Янғантау» хәҙер бөтә илгә билдәле. Республика ҡеүәтле төҙөлөш һәм транспорт комплекстарына эйә, производство һәм социаль инфраструктура тармаҡтарын әүҙем үҫтерә. Төбәктең инвестицион рейтингы юғары һәм ул илдең инвестицион хәүефлелек түбән булған субъекттарына ҡарай. Башҡортостан "Ва1" һәм "ВВ+" кимәлдәрендә "Тотороҡло" прогноздары менән оҙайлы ваҡытҡа халыҡ-ара кредит рейтингыларына эйә. 2009 йылда сәнәғәт производствоһы индексы, 2008 йыл менән сағыштырғанда, 96,6% тәшкил итте, декабрҙә – 2008 йылдың декабренә ҡарата 108,0%. Башҡортостан донъяның 90 иле менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырған. Иң ҙур сауҙа партнерҙары булып Чехия, Великобритания, Ҡаҙағстан, Нидерландтар, Ҡытай, Лихтенштейн, Италия, Германия, Финляндия, Украина һәм башҡа илдәр тора.
   Бөтә донъя иҡтисади көрсөгөнә ҡарамаҫтан, республикала уртаса эш хаҡы һәм аҡсалата табыштар үҫте. Ветерандарға, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, етем балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү буйынса өҫтәмә саралар күрелде. Был ҙур эштең һөҙөмтәһе булараҡ, демографик хәл яҡшырҙы. Һуңғы 16 йылда тәүге тапҡыр тыуым кимәле үлем кимәленән артып китте.
Мәғлүмәттәр Башҡортостан Республикаһының рәсми мәғлүмәт порталынан алынды.
Һеҙҙе сәләмләйГость