Ильяс-Турат ауылы сайты - Башҡорт исемдәре

Илъяс-Турат ауылы сайты

Йома
26-Апреля-2024
04:40

Башҡорт исемдәре

Һәр кешенең донъяға килеүе уға исем ҡушып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреп беркетелә.


Балаға исем ҡушыу яуаплы эш. Кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйына йөрөтә. Ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай,  ләкин  бөтөнләй уйламай исем ҡушыусылар ҙа  осрай  әле.


Яңы тыуған сабыйға киләсәктә үҙ иленең тулы хоҡуҡлы  гражданинына исем һайлағанда  исемдең  ҡолаҡҡа  ятышлы  янғырашы аһәңы, башҡортса әйтелеше һәм  яҙылышы, яҡшы мәғәнәһе иҫәпкә алынырға тейеш. Исемдең тәрбиәүи яғын да  иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.


Беҙҙең илдә бөгөнгө көндә 130 төрлө милләт йәшәй, Һәр халыҡтың үҙ телендә быуаттар буйына формалашҡан кеше исемдәре, исем ҡушыу йолалары барлыҡҡа килгән. Илебеҙҙә халыҡтар, телдәр, кеше исемдәре, исем ҡушыу йолалары күп төрлө. Беҙҙең йәмғиәттә кешене рәсми рәүештә фамилия, исем һәм  отчество  (аталыҡ)  менән  теркәү һәм  атап йөрөтөү формаһы ҡабул ителгән. Был хеҙмәттә башҡорт теле һәм тарихы буйынса тупланған  төрлө сығанаҡтарға һәм  башҡа төрки халыҡтарҙың  исемдәрен тикшереүселәрҙең хеҙмәттәренә таянып,  башҡорт исемдәренә  ҡағылышлы мәсьәләләрҙе  киң һәм ентекле яҡтыртырға тырышылды. һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән был һүҙлектә бөтәһе  3200  исем булып, уның 2300-е ир-ат, 900-ө ҡатын-ҡыҙ исемен тәшкил  итә. һүҙлектең төп маҡсаты балаға исем һайлауҙа ярҙам итеү. Бынан тыш,  ғилми  ихтыяждан  сығып,  тел, халыҡ тарихын  төшөнөүгә  булышлыҡ итеү маҡсатында, бөгөнгө көндө ҡулланылмаған йәки  һирәк осраған  (фамилия  һәм  аталыҡтарҙа һаҡланған) боронғо исемдәр  ҙә һүҙлеккә  индерелде. Исемдәр,  уларға аңлатма  һәм  белешмәләр башҡортса бирелде. Был осраҡта бөгөнгө көндә күпселек халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең  ике телдә һөйләшеүе лә  күҙ алдында тотолдо.


Киләсәктә башҡорт телен үҙләштереүселәр өсөн дә  был  һүҙлек  бер ярҙамсы  сығанаҡ булып хеҙмәт итәсәк.


Башҡорт  халҡы,  донъялағы  бөтә халыҡтар кеүек, үҙенең йәшәү дәүерендә  үҙ исемдәре йыйылмаһын  һәм  исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Бөгөнгө көндә лә исем ҡушыуҙа  яңы йолалар барлыҡҡа  килә.


Башҡорт исемдәре теҙмәһе ҙур һәм йөкмәткеһе менән ифрат  бай.  Үҙеңдең зауығыңа, теләгеңә ҡарап исемде һайлай ғына бел!

Һүҙлек башҡорт телендә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәрен тәшкил иткән ике бүлектән тора.


РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
Һеҙҙе сәләмләйГость