Ильяс-Турат ауылы сайты - Шәжәрә

Илъяс-Турат ауылы сайты

Шаршамбы
17-Апреля-2024
01:29

Шәжәрә


"Шәжәрәһеҙ әҙәм – тамырһыҙ ағас, ҡайҙа ел, шул яҡҡа ауа”
                                                                        Башҡорт халыҡ мәҡәле.
 

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!..

Шәжәрәмдә – сал тарихы балаларҙың,

Бөгөн дә, киләсәгем, балаларым.

Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!
                                                            Ҡәҙим  Аралбаев.
 
        Шәжәрә – ырыу тарихы, теге йәки был ҡабилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә – борон-борондан ырыу араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең дөйөм танышмаһы ла булып һаналған. Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән-нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән. Башҡорттар борон-борондан үҙ тарихи ваҡиғаларын шәжәрәһенә яҙып барған. Шәжәрә ғәрәпсә "ағас” тигәнде аңлата.
 

Беҙ, иләстәр,  Үҫәргән ырыуы Айыу түбәһенә (араһына) ҡарайбыҙ. Беҙҙең ырыу иң ҙур башҡорт ырыуы, ә беҙҙең түбә (ара) иң боронғолорҙан һанала.

 

Үҫәргән ырыуы туғыҙ түбәнән тора. Улар: Бүре, Ҡунаҡ, Сураш, Айыу, Бишәй, Шешәй, Абаҙа (Апанды), Аҫҡаҡ, Мәмбәт.

 

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәйләгән (һыулаған) ерҙәр: Һаҡмар, Ыҡ, Һүрән, Ҡаҫмарт, Йылыйыр һәм Таналыҡ йылғалары буйҙары. Ул – хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары; Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Гай, Яңыорск һәм Һарыҡташ райондары. Һарытау һәм Һамар өлкәләренең Ырғыҙ, Ҡаралыҡ, Кәмәлек йылғалары буйында, тағы Оло һәм Кесе Үҙән буйында булған.

Һәр башҡорт ырыуының  үҙ тамғаһы, ораны, ҡошо һәм ағасы булған. Үҫәргәндәрҙең тамғаһы – ҡойошҡан, ораны – "Туҡһаба!”, ағасы – миләш, ҡошо – торна. Ә беҙҙең түбә (ара) тамғаһы – ырғаҡлы әүернә.
                                          
 

Үҫәргән ырыуы Айыу түбәһе (араһы) шәжәрәһе

 

1. Баба Төкләҫ (IX-XII б.)

 

2. Тырма (IX-XII б.)

 

3. Ҡаҙансы (IX-XII б.)

 

4. Ишлам-ҡыя (IX-XII б.)

 

5. Ҡары-ҡыя (IX-XII б.)

 

6. Ҡотлоғыя (IX-XII б.)

 

7. Туҡһаба (XII б.)
 
Биттәр: 1  2 
Һеҙҙе сәләмләйГость