Ильяс-Турат ауылы сайты - Башҡорт исемдәре

Илъяс-Турат ауылы сайты

Йома
19-Апреля-2024
18:34

Башҡорт исемдәре

  • А  БВГҒДҘЕЁЖЗИЙКҠЛМНңОӨПРСҫТУҮХҺЦЧШЩъЫьЭӘЮЯ
АЙГИЗ  баш. ай + гиҙ; айға сәйәхәт  ит

АЙГИЗӘР баш. ай + гиҙәр (бала батыр, ҡыйыу булһын тигән теләк  менән  ҡушылған исем)

АЙҒӘЛИ  баш., ғәр. ай + ғәли;  ай һымаҡ  бөйөк  (балаға бәхет теләп ҡушылған)

АЙДАР баш. айлы төндә тыуған, айға оҡшаш;  бәхетле, дәрәжәле

АЙДУС баш.,  фарс. ай + дуҫ

АЙҘАР баш. 1) айлы  төндә тыуған,  бәхетле;   2) түбәһендә сәсе  ҡалдырылған;  тамғалы; билдәле,  үҙенө  бер төрлө; бәхетле, дәрәжәле,  билдәле

АЙҘЫЛ баш. ай  кеүек матур

АЙЙЕГЕТ   баш. ай + егет;  ай һымаҡ егет

АЙНАЗ баш.,  фарс. ай + наҙ

АЙНУР  баш.,  ғәр. ай нуры һымаҡ яҡты, матур

АЙРАТ монг. ойрот тигән боронғо  монгол  ырыуы  атамаһынан яһалған исем:  ой урман + арат кеше, халыҡ; урманда йәшәүсе  халыҡ (Джану-заков)

АЙСА  ғәр. Ғайса исеменән ҡыҫҡартылған; Айсин фамилияһы яһалған

АЙСАФ баш., ғәр.— ай + саф

АЙСОЛТАН баш., ғәр. ай + солтан;  ай хужаһы

АЙСЫУАҠ баш.— ай + сыуаҡ; айлы төндә тыуған

АЙТЫУАР баш. ай + тыуар;  айтыуғанда тыуған

АЙТУҒАН  баш. ай + тыуған;  айтыуғанда тыуған

АЙУАЗ  ғәр. алмаш,  алмашсы; Айуазов фамилияһы бар

АЙШАТ баш.,  фарс, — ай + шат

АЙЫТБАЙ   ғәр.,   баш. айыт + бай  (ир-ат  исемдәре ялғауы);  байрам көндө тыуған

АЙЫТҠОЛ  ғәр.,  баш. айыт + ҡол  (ир-ат  исемдәре ялғауы); байрамда тыуған

АЙЫТНУР  ғәр. айыт + нур; байрамда тыуған

АЙЫУХАН    баш. айыу + хан; ныҡ, көслө булһын тигән теләкте аңлата

АКРАМ ғәр. бик йомарт,  кеселекле

АҠБАЙ баш. аҡ + бай; изге күңелле

АҠБАРС  баш. аҡ + барс  (барс һымаҡ көслө,  йылғыр  булһын, тигән теләк әйтелгән)

АҠБАТЫР  баш. аҡ + батыр

АҠБАШ баш. аҡ + баш; зирәк, изге бала

АҠБИРҘЕ  баш. аҡ  (изге,  бәхетле) + бирҙе  ҡбирҙин фамилияһы бар)

АҠБУЛАТ  баш., фарс.— аҡ + булат  (ҡорос  һымаҡ ныҡ булһын тип  ҡушылған)

АҠБУЛДЫ   баш. аҡ  (бәхетле) + булды
Биттәр: 1 2 3 4 5 6 7
Һеҙҙе сәләмләйГость