Ильяс-Турат ауылы сайты - Башҡорт исемдәре

Илъяс-Турат ауылы сайты

Кесаҙна
25-Апреля-2024
17:23

Башҡорт исемдәре

А   Б  В  Г Ғ Д Ҙ Е Ё Ж З И Й К Ҡ Л М Н ң О Ө П Р С ҫ Т У Ү Ф Х Һ Ц Ч Ш Щ ъ Ы ь Э Ә Ю Я

БАБИШ баш. — ата-баба, олатай мәғәнәһендәге баба һүҙенән яһалған. Тарихи сығанаҡтарҙа Бабаиш, Бабыш, Бабаҡай, Бабай, Бабис һ. б. исемдәр бар. Ата-бабаларҙы хөрмәт итеү йолаһына бәйле боронғо исем. Бабичев фамилияһы яһалған
БАБСАҠ баш. — Күсәкбей эпосында баба һүҙе менән яһалған герой исеме
БАҘАМША фарс. — баҙам (миндаль) + ша (ир-ат исеме ялғауы)
БАҘАР фарс. — баҙар көн, байрам көн; баҙар көнө тыуған бала
БАҘАРБАЙ фарс, баш. — баҙар + бай
БАҘАРҒОЛ фарс. баш, — баҙар + ғол (ҡол); байрам, баҙар көндө тыуған
БАҘЫҠ баш. — ныҡ, таҙа; Базиков фамилияһы бар
БАЙБУЛ баш.— бай + бул
БАЙБУЛАТ баш., фарс.— бай + булат (ҡорос)
БАЙГИЛДЕ баш.,— бай + килде
БАЙГӨБӘК баш. — бай + гөбәк (күбәк) — батыр, ҡыйыу; иптәш; эт
БАЙҒАЗЫ баш. — бүләк
БАЙҒАЗЫ ғәр. — еңеүсе
БАЙҒАРА баш. — төйлөгән (ҡош)
БАЙҒОТЛО баш. — бай + ҡотло; бәхетле бала
БАЙҒУЖА баш., фарс. — бай + ғужа
БАЙҒУСҠАР баш. — бай + ҡусҡар, ҡусҡар мөгөҙлө (ғаиләлә малайҙар күп тыуһын тигән теләкте белдергән)
БАЙҒҮБӘК баш.— бай + күбәк (батыр)
БАЙҒЫУАТ баш., ғәр. — бай + ҡеүәт, көс, ғәйрәт
БАЙДӘҮЛӘТ баш, ғәр. — бай + дәүләт
БАЙЙЕГЕТ баиш. — бай + егет
БАЙМОРАТ баш., ғәр. — бай + морат (теләк)
БАЙМӨХӘМӘТ баш., ғәр. — бай + мөхәмәт (данлы, маҡтаулы)
БАЙМЫРҘА баш., фарс. — бай + мырҙа түрә балаһы; рәйес, секретарь; ҡусты
БАЙНАЗАР баш., ғәр. — бай + назар (ҡараш; иғтибар; яҡшылыҡ, яҡшы ниәт)
БАЙРАҠ баш. – байраҡ һүҙенән
БАЙРАМ баш. — байрамда тыуған
БАЙРАМҒОЛ баш. — байрам + ҡол; байрамда тыуған
БАЙРАМҒӘЛИ баш., ғәр. — байрам + ғәли
БАЙРАС баш. — байрамда тыуған
БАЙРАТ ғәр. — ирек алған, тыныслыҡҡа сыҡҡан
БАЙРАШ баш.—ҡара: Байрас
БАЙСАЛ баш. — тыныслыҡ, сабырлылыҡ, татыулыҡ
БАЙСУРА баш. — бай + сура (улан, ир бала; батыр, ҡыйыу; ярҙамсы, иптәш)
БАЙТИМЕР баш. — бай + тимер
БАЙТИРӘК баш.— бай + тирәк (ағас исеменән)
БАЙТҮРӘ баш. — бай + түрә (аҡыллы, белемле, күп белгән). Байтурин фамилияһы яһалған
БАЙЫҠ баш — тоғро, ысын
БАЙЫМ баш. — бай һүҙенән
БАЙЫМБӘТ баш., ғәр. — бай + өммәт (халыҡ, милләт)
БАЙЫШ баш. — бай + иш (иптәш)
БАҠАЙ —ҡара: Баҡый
БАҠТЫБАЙ баш. — баҡты (килде) + бай
БАҠЫЙ ғәр. — мәңге йәшәүсе, мәңгелек
БАЛАПАН баш. — 1) бөркөт балаһы; ҡарсыға; 2) Меркурий йондоҙо атамаһы
БАЛТАБАЙ баш. — балта + бай. Бала ныҡ, үткер, ҡыйыу йәки балта оҫтаһы булһын тигән теләк менән ҡушылған боронғо исем
БАЛТАС баш. — балта + сы, балта оҫтаһы
БАРАК. баш. — оҙон йөнлө һунар эте. (Борон бала ныҡ, әрһеҙ, оҙон ғүмерле булһын тип эт исемен ҡушҡандар. Был йола башҡа төрки халыҡтарҙа ла һаҡланған: Шаһибарак тигән исем, Бараков фамилияһы бар.)
БАРИС ғәр. — алдан күреүсән, аҡыллы
БАРЛЫБАЙ баш.— барлы + бай
БАРС баш. — 1) барс, юлбарыҫ; 2) боронғо 12 йылдан торған мөсәл хисабында өсөнсө йылдың атамаһы
БАРЫЙ ғәр. — барлыҡҡа килтереүсе, бар итеүсе, яратыусы
БАСИР ғәр. — үтә һиҙгер, зирәк, аҡыллы
БАТТАЛ ғәр. — батыр, ҡыйыу, үткер
БАТУЛЛА ғәр. — ҡәғбә (Мәккәләге ғибәҙәтхана)
БАТЫЙ, БАТЫУ баш. (бор. төрки: БАТУ) — ҡиммәтле таш (Сыңғыҙ хандың улының улы — Алтын Урҙа ханының исеме)
БАТЫР баш. — ҡыйыу, үткер, батыр, баһадир
БАТЫРБАЙ баш. — батыр + бай
БАТЫРБӘК баш. — батыр + бәк
БАТЫРГӘРӘЙ баш., фарс. — батыр + гәрәй (эйәреүсе)
БАТЫРҒУЖА баш., фарс. — батыр + ғужа (хужа)
БАТЫРҠАЙ баш. – Батыр исеменең иркәләү формаһы
БАТЫРЙӘН баш. – батыр + йән; батыр егет
БАТЫРҒӘЛИ баш., ғәр. – батыр + ғәли
БАТЫРША баш, фарс.— батыр + ша (ялғау); батыр, ҡыйыу (XVIII быуат Башҡортостан тарихында билдәле шәхестең исеме)
БАТЫУ — ҡара: Батый
БАҺАУ ғәр.— матур, шәп
БАҺАУТДИН ғәр. — баһау+дин (ир-ат исеме ялғауы)
БАЯЗ ғәр. — аҡ, аҡлыҡ
БАЯЗИТ ғәр. — 1) Абуязит исе менән ҡыҫҡартылған: Язиттың атаһы; 2) бик яҡшы, шәп
БАЯН баш. — бай булған
БАЯН монг. — аҡыллы һунарсы
БАЯН ғәр. — 1) асыҡ, аныҡ; 2) аңлатыу, әйтеү, белдереү (баян әйтеү)
БЕЙЕШ баш. — бей (етәксе, башлыҡ) + иш
БИКБАЙ баш. — бик (көслө, ныҡ) + бай
БИКБАУ баш. — Бикбай исеменең боронғо формаһы; 1555 й. Ҡаҙанға Иван Грозный батшаға барған илселәрҙең береһе — үҫәргән ырыуы башлығының исеме.
БИКБИРҘЕ баш.— бик + бирҙе
БИКБУЛАТ баш.— бик ныҡ + булат ҡорос
БИКЕШ баш. — бай улы
БИКЙӘН баш, фарс. — бик + йән (бала ныҡ булһын тигән теләкте белдерә)
БИККЕНӘ баш. — бик + кенә (иркәләү ялғауы (Биккинин фамилияһы бар)
БИКҠОЛ баш. — бик + ҡол
БИКМӘТ — Бикмөхәмәт исеменән ҡыҫҡартылған
БИКНУР неол. баш., ғәр. — бик нурлы
БИКСУРА баш. — бик + сура; Биксурин фамилияһы яһалған
БИКСӘНТӘЙ монг. — иң бәләкәй, төпсөк бала. Биксәнтәев фамилияһы бар
БИКТАБИР баш., гер. — бик (ныҡ) + табир (нәҫел)
БИКТАҺИР баш., ғәр. — бик + таһир (саф, паҡ)
БИКТАШ баш. — бик + таш (бала таш һымаҡ ныҡ булһын, тигән теләк менән ҡушылған боронғо исем)
БИКТИМЕР баш. — бик + тимер (бала тимер һымаҡ ныҡ булһын, тип ҡушылған исем)
БИЛАЛ баш.— билала тигән аҫыл ҡош исеменән («һауаларҙа оса эй аҫыл ҡош, ыласын да тиһәм, билала» — халыҡ йырынан)
БИЛАЛ ғәр.—иҫән-һау
БИРҒӘЛИ баш., ғәр. — бир + ғәли
БОЛАНБАЙ баш. — болан + бай
БОЛҒАҠ баш.— 1) «болғау» һүҙенән яһалған боронғо исем; эшлекһеҙ, елғыуар; 2) ғорур, эре
БОРНАҠ баш. — мороно аҡ (борон бындай «баланы һаҡлаусы» исем ҡушыу тураһында Юрматы шәжәрәһендә әйтелгән)
БОРХАН монг. — бот, тораташ; алла, әүлиә
БОРХАН ғәр. — дәлил, хәҡиҡәт, дөрөҫлөктө иҫбатлаусы
БОҪҠОН баш. — «боҫоу» һүҙенән яһалған. Бускунов фамилияһы бар
БОСТАН фарс. — баҡса; гөл баҡсаһы
БОХАЙЫР ғәр. — ғәрәптәрҙәге Бохайыр тигән әлкә исеменән
БОХАР баш.—Үзбәкстандағы Бохара ҡалаһы исеменән
БОХАР ғәр. — быу, ҡар
БОХАРБАЙ баш. — бохар + бай
БӨРЙӘН баш. — боронғо башҡорт ырыуы атамаһынан
БӨРКӨТ баш—ҡош исеменән
БУҘЙЕГЕТ баш. — йәш егет; ыласын
БУҘЫҠАЙ баш. — бүҙ төҫ; йәш, буй еткән; Буҙыҡаев фамилияһы бар
БУЛАТ фарс, ғәр. — иң шәп ҡорос (Дамаск ҡоросо)
БУЛАШ баш. — (сығышы билдәһеҙ)
БУРАҠАЙ баш.— бура + ҡай; дөйә балаһы (баланы яратып, иркәләп ҡушҡан боронғо исем). Бураҡаев фамилияһы бар.
БУРАН баш. — буран көндө тыуған
БУРАНБАЙ баш. — буран + бай; буранда тыуған
БУРАНҒОЛ баш. — буран + ғол; буранда тыуған
БУРАНСЫ баш. — буранда тыуған
БУРАНША баш., фарс, —буран + ша (шаһ); буран батшаһы, буранды еңеүсе; Бураншин фамилияһы бар
БҮЛӘК баш. — атанан йәки әсәнән бүләк булып ҡалған бала (боронғо йола буйынса, бала донъяға килгәндә атаһы йәки әсәһе иҫәп булмаһа, балаға Бүләк, Иәҙкәр, Мирас, һәҙиә тигән һ. б. исем ҡушҡандар)
БҮЛӘКБАЙ баш. —бүләк + бай
БҮЛӘКҠОЛ баш. — бүләк + ҡол
БҮЛӘКӘЙ баш. — Бүләк исеменән иркәләү формаһы
БҮЛӘКӘН баш.—бүләк, иҫтәлек, мираҫ
БҮРЕБАЙ баш. — бүре + бай
БӘҒДӘНУР ғәр. — һуңғы нур (кинйә балаға ҡушылған исем)
БӘҒДӘТ ғәр. — бүләк
БӘҘЕҒОЛ ғәр., баш. — бәҙе (шәп, ин һәйбәт) + ғол (исем ялғауы)
БӘҘРЕТДИН ғәр. — иң һәйбәт бала
БӘҘРИ ғәр. — тулған ай һымаҡ, һәйбәт, матур
БӘҘӘМША фарс. — бәҙәм (миндаль) + ша (ир-ат исеме ялғауы)
БӘҘӘҮИ ғәр. — кусмә ғәрәптәр ырыуы атамаһынан
БӘЙТУЛЛА ғәр.—ҡәғбә (Мәккә ҡалаһындағы ғибәҙәтхана)
БӘКЕР ғәр. — 1) өйрәнеүсе, тикшереүсе; 2) дөйә балаһы; 3) саф, йәш
БӘХЕТ ғәр. — бала бәхетле булһын тип ҡушылған исем
БӘХРӘМ неол. ғәр.—Марс планетаһы
БӘХТЕГӘРӘЙ ғәр. — бәхет + гәрәй
БӘХТЕЙӘР ғәр., фарс.— бәхет + йәр (бәхетле, ырыҫлы, ҡотло булһын тигән теләкте белдерә)
БӘХТЕЯР ғәр., фарс. — бәхетле
БӘХТИ ғәр. — бәхетле
БӘХТИНУР ғәр. —бәхет нуры
БӘШИР ғәр. — Һөйөнөс килтереүсе
БӘШӘР ғәр.— кеше



Һеҙҙе сәләмләйГость