Ильяс-Турат ауылы сайты - Башҡорт исемдәре

Илъяс-Турат ауылы сайты

Шишәмбе
01-Июля-2025
08:27

Башҡорт исемдәре

А  Б  В  Г Ғ Д Ҙ Е Ё Ж З И Й К Ҡ Л М Н ң О Ө П Р С ҫ Т У Ү Ф Х Һ Ц Ч Ш Щ ъ Ы ь Э Ә Ю Я

 

 ВАЗИФ  ғәр. йөкмәтелгән   бурыс

ВАЗИХ  ғәр. асыҡ,  аңлайышлы


ВАҠИФ ғәр. аңлаусан, белдекле


ВАРА  ғәр. кеше  (ир-ат  исемдәре  компоненты  булып  та  йөрөй: Хәйревара)


ВАРИС  ғәр. дауам  итеүсе,  вариҫ


ВАСИҠ ғәр. ышаныусы


ВАСИМ ғәр. матур


ВАСИФ  ғәр. маҡтаусы,   маҡтап һөйләүсе


ВАСИХ  ғәр. ышаныусы


ВАССАФ ғәр. маҡтаусы


ВАФА   ғәр. тоғро,  тотанаҡлы, ышаныслы


ВАФИР  ғәр. бай,  мул;  киң  күңелле; тоғро


ВАҺАП  ғәр. бүләк  итеүсе,  биреүсе;  йомарт


ВАҺИП  ғәр. бағышлаусы,  бүләк  биреүсе


ВЕНЕР  неол.  лат. (Венера тигән исемдән  ҡыҫҡартылған)


ВИЛДАН ғәр. бала,  улан


ВӘҒИЗ  ғәр. вәғәз һөйләүсе


ВӘДҮТ  ғәр. һөйгән


ВӘЗИР  ғәр. ярҙамсы, вәзир


ВӘЗИХ  ғәр. асыҡ,  аңлайышлы


ВӘКИЛ  ғәр. ышанып эш тапшырған кеше; вәкил


ВӘҠИФ  ғәр. аңлаусан,  белдекле


ВӘЛИ   ғәр.  1)  хужа,   эйә; 2) яҡын кеше,  туған;  3)  яҡлаусы; 4) изге (ир-ат исемдәре  ялғауы)


ВӘЛИНУР ғәр. изге,  шифалы нур


ВӘЛИТ ғәр. 1)  бала; улан,  ул, ир бала; 2) нәҫел,  тоҡом


ВӘЛИУЛЛА  ғәр. — Алланың  изгеһе; изге, уҡымышлы кеше


ВӘЛИХАН ғәр. вәли + хан


ВӘЛИША  ғәр.,  фарс. изгелекле;  Вәлишин  фамилияһы  яһалған


ВӘЛИӘХМӘТ ғәр. вәли + әхмәт (маҡтаулы, изге)


ВӘРИС  ғәр. дауам  итеүсе,  вариҫ


ВӘСИЛ  ғәр.  айырылмаҫ дуҫ


ВӘСИМ ғәр.  матур


ВӘСИФ ғәр. маҡтаусы


ВӘСИХ  ғәр. ышаныусы


ВӘХИТ   ғәр. яңғыҙ,   тиңдәш  һеҙ

Һеҙҙе сәләмләйГость